-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
17 Август 2018, 11:38

Берҙәмлектә – беҙҙең көс

Ғаиләбеҙ биш кешенән тора: атайым Фәрхәт, әсәйем Аҡсәскә, Азалиә апайым, Юныс ҡустым һәм мин. Беҙ бик татыу йәшәйбеҙ.

Ғаиләбеҙ биш кешенән тора: атайым Фәрхәт, әсәйем Аҡсәскә, Азалиә апайым, Юныс ҡустым һәм мин. Беҙ бик татыу йәшәйбеҙ.Әсәйем менән атайым бөтә балаларында ла яҡшы сифаттар ғына тәрбиәләргә тырыша. Бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Мин атайға мал ҡарашам, утын ташыйым, техника тирәһендә лә булышам. Әсәйемә еңел булһын тип һыуын да индерәм, иҙәнде лә һепереп сығам ҡайһы ваҡытта. Бәләкәй ҡустым Юныс та тик ултырмай. Уға хәрефтәрҙе, һандарҙы өйрәтәм, сөнки тиҙҙән уҡырға бара бит.
Әсәйем беҙҙе бик ярата, тәмле-тәмле аштары менән һыйлай, ҡул эштәренә бик оҫта, йыр-бейеүгә лә маһир, ә өйөбөҙ алды гөл-сәскәгә күмелеп ултыра. Атайым Себер яҡтарына йөрөп эшләй. Уның да ҡулдары алтын. Эшләгән ҡапҡалары – ауылдың биҙәге. Беҙҙе лә хеҙмәткә өйрәтергә тырыша.
Азалиә апайым әсәйемдән өлгө ала. Бергәләп йылы ойоҡбаштар, бейәләйҙәр, кофталар бәйләйҙәр. Атайым да, әсәйем дә эштән ҡурҡмайҙар, тырышалар, шуға ла беҙ һәйбәт, етеш йәшәйбеҙ.
Шундай ғаиләм менән ғорурланам. Берҙәмлектә – беҙҙең көс.

Айсар ӘБДЕЛМӘНОВ.


Хәйбулла районы, Әбеш мәктәбе.
Читайте нас: