Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
21 Сентябрь 2018, 15:54

Герой-әсә лә ул!

Һәр кем өсөн өләсәй иң яҡыны һәм иң ҡәҙерлеһелер ул. Был һүҙҙе ишетеү менән күҙ алдына телеңде йоторлоҡ тәмлекәстәр әҙерләгән, тормош юлында һәр ваҡыт ярҙамсы булған, кәңәш һәм өгөт-нәсихәттәр биргән кеше күҙ алдына килеп баҫа. Уның менән аралашыу күңелгә шул тиклем рәхәтлек һәм еңеллек бирә. Мин дә өләсәйем һөйләгәндәрҙе тыңларға яратам. Уның һәр һүҙе кескәй күңелемә май булып яғыла.

Өләсәйем Рауза Фәйзулла ҡыҙы Байназарова 1935 йылдың 1 мартында Бөрйән районының Байғаҙы ауылында тыуған. Улар ғаиләләрендә өс бала үҫә: Әбделхаҡ, Рауза, Рәзилә. Бәләкәйҙән уңған, тырыш, ярҙамсыл, сабыр була. Иҫке Собханғол мәктәбендә VII синыфты тамамлай. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килгәнлектән, артабан уҡырға насип булмай. Колхозда һыйыр һауа, һарыҡ көтә. Аҙаҡ 19 йыл мәктәп ашханаһында эшләп, хаҡлы ялға сыға.

Һуғыш йылдарын күҙ йәштәре менән иҫкә ала ҡәҙерлебеҙ. «Халыҡтың тырышып эшләүе, аслы-туҡлы көн күреүе, Еңеү көнөн түҙемһеҙләнеп көтөүе әле лә күҙ алдымда. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кемдәрҙер был бәхетле көндәрҙе күрә алманы. Минең өсөн атайымдың һуғыштан иҫән-һау ҡай­тып, тыныс тормоштоң тәмен татып йә­шәп ҡалыуы иң шатлыҡлыһы бул­ды!» – тип хәтер ептәрен тарата өләсә­йем.

1954 йылда Әбделмәмбәт ауылы егете Әхмәт Байназаров менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Ун бер балаға ғүмер һәм яҡшы тәрбиә бирәләр. Әлеге көндә уларҙың хәстәрен, игелеген күреп, ҡәҙерлем бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Хәҙер инде балаларының ғаиләләре бар. Бөтәһе лә урта белемгә эйә һәм тормошта үҙ урындарын тапҡан. Үкенескә күрә, өсәүһе күптән был яҡты донъянан китеп барған.

Минең өләсәйем – Герой-әсә лә. Һоҡланам һәм ғорурланам уның менән. Өләсәй янында тәмле сәй эсеп, һөйләшеп ултырыуҙар, уның ҡыҙыҡ­лы хәтирәләрен тыңлау һәр кемдең бала сағының яҡты һәм онотолмаҫ бер бите булып иҫтә ҡалалыр ул. Яҡын кешебеҙгә бик рәхмәтлебеҙ! Һинең әйткән кәңәштәрең, өгөт-нәсихәттә­рең беҙгә һәр ваҡыт кәрәк. Ауырыу-һыҙ­лау күрмәй, шатланып оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде генә теләйбеҙ, өләсәйкәйем!

Сәлимә ДӘҮЛӘТШИНА,
йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Читайте нас: