Эльвира Риф ҡыҙы Баймаҡ колледжында ашнаҡсы-кондитер һөнәрен алып сыҡҡас, 18 йыл инде район үҙәге Асҡарҙағы дауаханала тырышып үҙ эшен башҡара.
Данил Ғәбдинур улы – Рысҡужанан. Бәләкәй генә сағынан – әсәйһеҙ, һуңынан атайһыҙ тороп ҡала. Шуға күрә хәрби хеҙмәткә алмайҙар. Тракторсы һөнәрен үҙләштереп, 2002 йылдан алып юл хужалығында эшләй. Үҙ эшен еренә еткереп башҡарғаны өсөн ике тапҡыр «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» исемен ала. Улдары Иҙрис – бишенсене, ҡыҙҙары Дилара дүртенсене тамамланы.
Шулай матур ғына йәшәп ятҡанда тормош йәш ғаилә алдына үҙенең һынауҙарын да килтереп ҡуя. Дилараның игеҙәге Илсур һәм өс йәшлек кенә ҡыҙҙары Айлина, ата-әсәһен, туғандарын оло ҡайғыға һалып, был донъяны ҡалдырып китә. Нисек кенә ауыр булмаһын, Хөснөтдиновтар бирешмәй, киләсәккә өмөт менән ҡарап, алға атлай. Эльвира еңгәйҙең ике туған ағаһының ҡатыны үлеп ҡалғас, ҡыҙҙары Гөлиәне ғаиләләренә алалар. Аҙаҡтан уның ҡустылары Айсар менән Ишморатты ла Рауил балалар йортонан барып алып ҡайталар. Балалар үҙҙәренә тиҙ генә өйрәнеп китә. Хәҙер биш йыл инде ҙур, татыу ғаилә булып йәшәйҙәр.
Гөлиә 2017 йылда XI синыфты тамамлап, башта механик һөнәрен үҙләштерҙе, быйыл иһә Белореттағы медицина колледжына уҡырға инде. Айсар менән Ишморат Ҡаҙмаш мәктәбендә белем ала.
Хөснөтдиновтар төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. 2016 йылда Асҡарҙа беренсе тапҡыр уҙған «Атай, әсәй һәм мин – татыу ғаилә» конкурсында икенсе урын яулайҙар. Башҡа төрлө бәйгеләрҙән дә ситтә ҡалмайҙар, призлы урындар алалар. Эльвира Риф ҡыҙы йүгереү, йөҙөү буйынса үткәрелгән ярыш, марафондарҙы ҡалдырмай. Иҙрис бал бейеүе менән шөғөлләнә. Уның да ике тиҫтәгә яҡын миҙал, маҡтау билдәләре бар. Ишморат менән Дилара «Һыу буйында» тигән бейеүҙәре менән район балалар һабантуйында сығыш яһаны.
Ауылда йәшәгәс, күп итеп йәшелсә-емеш үҫтерәләр, баҡсалары ҙур. Малдары ла байтаҡ ҡына. Әле өйҙәрен ҙурайталар. Киләсәктә балаларына иркен уйын бүлмәһе эшләргә уйлайҙар. Ял итергә лә өлгөрәләр: динопаркка , циркка йөрөйҙәр. Йәйгеһен күл буйында йыш күрергә була үҙҙәрен. Ауылда уҙған бер концерт та уларһыҙ үтмәй. Балаларын да эшкә өйрәтеп үҫтерәләр. Киләсәктә Эльвира еңгәй үҙенең шәхси эшен асырға хыяллана.
Хөснөтдиновтар – Рысҡужа ауылының ғорурлығы, биҙәге. Уларға бәхет, һаулыҡ теләйем.
Заһиҙә РӘЖӘПОВА, йәш хәбәрсе.
Әбйәлил районы, Ҡаҙмаш мәктәбе.