Был турала Рәсәй Хөкүмәтенең вице-премьеры Татьяна Голикова белдерҙе.
Әйткәндәй, был аҡсаны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йәки баланы уҡытыуға тотонорға мөмкин.
Торлаҡҡа сертификат
Илебеҙҙә «Рәсәй Федерацияһы граждандарын уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү» дәүләт программаһы эшләй.
Республикала хөкүмәтебеҙҙең йәш һәм күп балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүе ҡыуандыра. Яңыраҡ Баймаҡ районында 23 шундай ғаиләгә торлаҡ сертификаттары тапшырылды. Йәштәр был аҡсаға йорт һатып ала йәки төҙөй, маҡсатлы кредит алған булһалар, шуны ҡапларға мөмкин.
Эйе, йәштәр өсөн төрлө программалар бар: ауыл еренә эшкә урынлашып та сертификат алырға була. Тик эшләргә, тырышырға ғына кәрәк. Ғаиләң менән үҙ өйөңдә йәшәү, матур, аҡыллы балалар үҫтереү – ҙур бәхет.