+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
15 Ноябрь 2019, 15:33

Бәхет асылы – ғаиләлә

Ғаилә – ҙур тормоштоң бәләкәй генә бер дәүләте. Ул булмаһа, тормошҡа йәм дә, ҡот та, ырыҫ та ҡунмай. Ошо мөхиттә үҫкән бала бәләкәйҙән үк телен, үҙ милләтенең ғөрөф-ғәҙәтен, йолаһын белеп үҫергә өйрәнә. Ысынлап та, ғаилә – йәшәү усағы, кешене шәхес итеп үҫтереүсе, тәрбиәләүсе ҙур тормош мәктәбе. Шулай уҡ ышаныслы терәк, йән тыныслығы табыр, көс туплар урын.


Атайымдың исеме – Юлай. Ул алыҫ Себер тарафтарында «Роснефть» компанияһында иретеп йәбештереүсе булып эшләй. Йәйгеһен ҡортсолоҡ менән дә шөғөлләнә. Атайымдың тырышлығына, кешеләргә ярҙамсыл булыуына һоҡланам. Эштән ҡайт­ҡанын гел һағынып көтөп алабыҙ. Ял көндәрендә футбол, волейбол уйнарға, тәбиғәткә сығырға, балыҡ тоторға яратабыҙ.

Әсәйемдең исеме Роза булған­ғамы, үҙе лә сәскә кеүек матур һәм алсаҡ йөҙлө. Ул беҙҙе – атайымды ла, ике ағайымды ла, ми­не лә берҙәй ярата. Бешергән аш-һыуҙары телде йоторлоҡ! Ә йәй көндәре гөрләп үҫкән сәскәләренә күҙҙәр ҡамаша. Беҙҙе һәр ваҡыт иркәләп, кәрәкле кәңәштәрен биреп, дөрөҫ итеп йәшәргә өйрәтә.

Шундай атай-әсәйем булғанына ҡыуанып бөтә алмайым. Аллам һаҡлаһын, уларһыҙ тормошомдо күҙ алдына килтереүе ҡурҡыныс...

Өләсәйемдәрҙе лә онотмайбыҙ. Улар янына барып, хәлдәрен белешеп торабыҙ. Бәләкәй саҡтан уҡ китапҡа һөйөү тәрбиәләнеләр, төрлө ҡул эштәренә – бәйләргә һәм сигергә өйрәттеләр. Рәхмәтлемен, оҙаҡ йәшә­һендәр инде!

Минең ярат­ҡан ағайымдар икеһе лә Красноусол башҡорт интернат-гимназияһында уҡыны. Өлкән ағайым – Салауат Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлап, әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтты. Әлеге ваҡытта «Роснефть» компанияһында инженер булып эшләй. Азат ағайым шул уҡ уҡыу йортон бөтөрөп, «Новатек» компанияһында һөнәре буйынса уңышлы эшләп йөрөй. Ағайҙарым – миңә ныҡлы терәк. Һәр саҡ ярҙам ҡулын һуҙыр­ға әҙерҙәр.

Ғаиләлә үҙем иң бәләкәйе булғас, ҡурсалап ҡына торалар. Бик бәхетлемен. Ошолар хаҡында уйлағанда һәр ваҡыт бөйөк ғалим Ғайса Хөсәйеновтың һүҙҙәре иҫемә төшә: «Бәхет – байлыҡ та, ҡоро рәхәтлек тә, барына ҡәнәғәтлек тә түгел, шуларҙан юғары рух байлығы, йән рәхәте, йәшәү йәме ул». Эйе, ысынлап та, бәхет асылы ғаиләлә шул. Ғөмүмән, бәхетле тормош өлгөһөн мин үҙ атай-әсәйемдән алам. Улар ипле һүҙҙәре, изге эштәре менән һоҡландыра. Шулай ғаиләбеҙ дуҫ, татыу булғас, был беҙгә артабан тормош юлдарында ҡыйыу, ныҡлы аҙымдар менән атларға көс-ҡеүәт өҫтәй ҙә инде.


Гөлнур ИБӘТУЛЛИНА.
Ғафури районы, Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт интернат-гимназияһы.

Читайте нас: