+15 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
17 Ғинуар 2020, 13:26
Күптәргә өлгө бит улар
Өр-яңы йылда Баймаҡ районы Йәнйегет ауылында йәшәүсе миһырбанлы Ҡарабаевтар ғаиләһе лә «Йәншишмә»лә сыҡҡан хәбәрҙәрҙе уҡып, балалар баҫмаһы менән танышып барасаҡ. Мин уларға 2020 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзит бүләк иттем.
Фәниә менән Азамат Ҡарабаевтарҙың ғаиләһе күптәргә өлгө булырлыҡ. Улар үҙҙәренең балаларын тәрбиәләп кенә ҡалманы, тағы ла 10 бала алып, күңел йылыһы бирәләр. Бергәләп өс малай һәм ете ҡыҙҙы матур итеп үҫтерәләр, уҡыталар, эшкә өйрәтәләр. Иң ҙурҙары оҡшаған һөнәрҙәре буйынса белем ала: Гөлназ – Башҡорт дәүләт аграр университетында, Әлиә, Рәзилә, Регина – Сибай педагогия, Радик – Сибай сәнғәт колледждарында. Әҙилә, Ильяс, Илназ, Руфина, үҙҙәренең улдары Айҙар ауыл мәктәбендә уҡып йөрөй. Бәләкәй Карина әлегә өйҙә. Балалар яҡшы уҡый, барыһы ла һәләтлеләр. Һүрәт төшөрөүгә, шиғыр һөйләүгә, йыр-бейеүгә лә оҫталар. Регина, Әҙилә спорт буйынса ярыштарҙа гел алдынғы урындарҙы биләй.
Ҡарабаевтар ғаиләһе бик әүҙем, ауылда, районда уҙған бер саранан да ситтә тороп ҡалмай. 2019 йылда «Ҡурай даны» премияһын алдылар. Ялдарҙы ла бергәләп матур, күңелле итеп үткәрәләр.
Фәрүәз РАФИҠОВ,
«Йәншишмә»нең элекке йәш хәбәрсеһе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?