-8 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
17 Ғинуар 2020, 13:32
Йәлиловтар – иң-иңе!
Ҡышҡы каникулдың бер көнөндә лицейыбыҙға етеҙлектәрен, тапҡырлыҡтарын һынарға спорт һөйөүсе ғаиләләр йыйылды. Беҙ үҙҙәрен көслө алҡыштар менән ҡаршы алдыҡ.
Бына улар – Абдуллиндар, Ғәҙелшиндар, Ибәтуллиндар, Харисовтар, Ханмурзиндар, Баязитовтар, Ғиләжетдиновтар, Йәлиловтар, Сафиндар, Фәтҡуллиндар, Алексеевтар ғаилә командалары. Ярыштарҙы башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Гүзәл Ғиләжетдинова, физкультура дәресе уҡытыусыһы Елена Иванова һәм баш судья Владислав Иванов баһалаясаҡ.
Командалар сығыш яһаған ваҡытта тамашасылар көслө алҡыштар менән уларға дәрт өҫтәп торҙо. Музыка уйнап, спорт залы шау-гөр килде. Зал «Бергә булайыҡ», «Сәләмәт булайым, тиһәң» тигән яҙыуҙар менән дә биҙәлгәйне.
Ярышта ҡатнашыусылар бик ҡыйыу, етеҙ, өлгөр булып сыҡты. Жюри ағзаларына иң-иңдәрҙе һайлау бик ауырға тура килде. Уйын булғас, ни эшләйһең, еңеүсе лә була бит инде. Иң шәптәре, ҡыйыуҙары, тапҡырҙары тип Йәлиловтар ғаиләһе танылды. Улар иртәгә Өфөлә үтәсәк «Яңы йыл ғаилә уйындары» республика фестивалендә ҡатнашасаҡ. Был ярыштан да еңеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Рәйсә ИСЛАМҒОЛОВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы, Талбазы лицейы.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май 2024, 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...