Унда сертификат биреүгә ҡаршылыҡ тыуҙырған сикләүҙәр тураһында мәғлүмәт тикшерелә. Әгәр бындай сикләүҙәр асыҡланмаһа, документ теркәлә. Сертификат тапшырыу тураһында белдереү әсәнең дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлгән шәхси кабинетына һәм порталда күрһәтелгән номерына ебәрелә. Дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәү йәки берҙәм реестрҙа бала тураһында мәғлүмәттәр булмаған саҡта ғаризаны Рәсәйҙең Пенсия фонды бүлексәләрендә һәм күп функциялы үҙәктә бирергә мөмкин. Бындай осраҡтарҙа Әсәлек капиталы сертификатын алыу ваҡыты 15-тән 5 эш көнөнә тиклем ҡыҫҡартыла, ә уның әҙер булыуы тураһында Пенсия фондының берҙәм контакт үҙәге хеҙмәткәрҙәре хәбәр итә.