+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
17 Апрель 2020, 13:14

Буш ултыра белмәйбеҙ

Барлыҡ донъяны тетрәндереп, еребеҙ өҫтөнә уйламағанда яман ауырыу ябырылды. Күпме кеше ғүмере өҙөлдө. Беҙ быны телевизор экрандарынан ҡарап күрәбеҙ. Яман вирус таралмаһын өсөн күп саралар күрелә. Шуларҙың береһе – өйҙә генә ултырыу.


Әйткәндәй, ғаиләбеҙ биш кешенән тора: атайым, әсәйем, Айгизә һеңлем, Рәмил ҡустым һәм мин. Атайым шахтала тырышып эшләп йөрөй, шуға күрә уға йүнләп ял итеү ҙә эләкмәй.

Әлбиттә, сара­һыҙҙан ял көндәрендә әсәйебеҙ беҙҙе иртә менән уятмай, йоҡобоҙ туй­ғансы кинәнеп ятабыҙ. Шулай ҙа өй эсенә таралған тәмле аш еҫтәре һәр беребеҙҙе торорға мәжбүр итә. Яҡыным – аш-һыу оҫтаһы, белгән нескәлектәрен һеңлем менән миңә лә өйрәтә. Беҙ ҙә уға ярҙамлашабыҙ: ҡоймаҡ ҡоябыҙ, билмән, мантылар эшләйбеҙ, бәлештәр бешерәбеҙ. Күмәкләп баш­ҡарғас, тәмле килеп сыға. Ҡус­тым да тик тора белмәй, онға буялып бөтә.

Беҙҙең ғаиләлә матур йола бар. Ул да булһа – китап уҡыу. Белем алыуҙың иң яҡшы юлы – һәйбәт уҡыу, ти әсәйем. Китап – бер быуындың икенсе быуынға рухи васыяты, ғүмерҙең һуңғы сигенә еткән аҡһаҡалдың яңы ғына йәшәй башлаған кешегә кәңәше, тип тәрбиәләй ул. Беҙ өйҙә күп гәзит-журналдарға яҙылабыҙ, китаптар һатып алабыҙ. Ваҡыттан файҙаланып, карантин мәлендә лә төрлө әҫәр­ҙәр уҡыныҡ, фекер алыштыҡ. Иң күп уҡығаны әсәйем икән дә! Һоҡландыра белә үҙе.

Кистәрен беҙ шашка, өҫтәл уйында­рын уйнап, пазл йыйып үткәрәбеҙ. Мин ырғаҡ менән бәйләйем, ә әсәйем һеңлемә йөн ойоҡ бәйләргә өйрәтә. Бер генә тик тормайбыҙ кеүек, бирелгән ваҡытты бушҡа сарыф итмәй, яратҡан шөғөлдәребеҙ менән мәшғүлбеҙ.


Уралиә ҠАРАБАЕВА, X синыф уҡыусыһы.
Хәйбулла районы, Татырүҙәк мәктәбе.

Читайте нас: