+25 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
19 Июнь 2020, 11:04
Бергә-бергә күңелле!
«Спортсы, әүҙем, талапсан, тырыш һәм сибәр ҡыҙ», – тип шаярта мине синыфташтарым менән дуҫтарым. Бәлки, шулайҙыр ҙа. Сөнки уҡыуҙа ла, спортта ла, синыфтан тыш сараларҙа ла гел алдынғылар рәтендәмен. «Уңғандарға һәм тырыштарға бәхет йылмая», – тип өйрәтә бәләкәйҙән атай-әсәйем.
Беҙҙең ғаиләлә алты кеше: атайым, әсәйем, апай, ағай, ҡустым һәм мин. Апайым менән ағайым университетта уҡый. Ҡустым IV синыфты тамамланы.
Ерҙә иң яғымлы кеше – әсәй ул. Минең ҡәҙерлем – иң шәфҡәтлеһе, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер торған изге йән. Һәр көн иртән беҙҙе яғымлы тауышы менән һөйөп уята, матур теләктәрен теләп уҡыуға оҙата. Бөтәбеҙ ҙә әсәйебеҙҙе ныҡ яратабыҙ.
Барлыҡ ир-егеттәр эшен өйҙә атайым башҡара, ҡустым да хәҙер ярҙамлаша башланы. Ялға ҡайтҡанда ағайым да уның эргәһендә була. Минең атайым – урмансы. Ваҡыты тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең һәр беребеҙгә иғтибарын бүлеп, дәрес әҙерләгәндә өйрәтә. Көндәлегебеҙҙе тикшерә. Маҡтап та ала.
Ял көндәре буш ваҡытыбыҙ ҡалһа, бергәләп кино ҡарайбыҙ. Өҫтәл уйындары уйнайбыҙ. Йәйгеһен тәбиғәткә сығып ял итәбеҙ, һыу инәбеҙ. Көҙгөһөн бәшмәк йыйырға яратабыҙ.
Ошондай татыу, берҙәм ғаиләбеҙ булғанға, ныҡ ҡыуанам һәм ғорурланам.
Ләйсән БАЯЗИТОВА, X синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Темәс ауылы.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май , 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...