-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
17 Июль 2020, 14:37

Мин – бәхетле баламын!

Ғаиләбеҙ бик ҙур түгел, дүрт кешенән тора: атайым, әсәйем, ағайым һәм мин. Беҙҙе һаҡлаусы, яҡлаусы кеше – атай ул. Бик уңған, тырыш, баһадир, белмәгән эше юҡ. Һөнәрҙәрен һанап бөтөп тә булмай, белгәндәрен ағайыма ла өйрәтергә тырыша. Атайым миңә һәр саҡ терәк-таяныс булып тора.

Әсәйем – һөнәре буйынса медицина хеҙмәткәре. Ауылдағы амбулаторияла шәфҡәт туташы булып эшләй. Һәр яҡтан уңған: тәмле аш-һыу бешерергә һәм гөл-сәскәләр үҫтерергә ярата. Беҙҙең өйөбөҙҙө матур-матур гөлдәр менән биҙәй. Әсәйем – минең тормош юлымда иң тоғро кәңәшсем һәм ярҙамсым. Һәр саҡ дөрөҫ юл һайларға, көслө рухлы булырға өйрәтә.

Ғаиләбеҙҙә өсөнсө кеше – ул минең ағайым. 2013 йылда ауылдағы мәктәпте тамамлап, Пермь ҡалаһындағы хәрби инс­титутҡа уҡырға инде. Уны тамамлағандан һуң Төньяҡ Кавказ округына хеҙмәт итергә юлланды. Әле Чечняла Урус-Мартан ҡалаһында рота командиры булып уңышлы эшләп йөрөй. Ағайым – минең өсөн тоғро дуҫ. Ул һәр саҡ ярҙамға әҙер.

Иң бәләкәйҙәре – мин, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында белем алам. Тырышып уҡыйым, тик яҡшы билдәләргә өлгәшәм. Ә инде ҙурайғас, әсәйем кеүек, медицина һөнәрен һайларға хыялланам.

Мин үҙемдең ғаиләм менән ғорурланам. Беҙ халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын белеп үҫәбеҙ һәм туған телебеҙҙә рәхәтләнеп һөйләшәбеҙ. Татыу, берҙәм ғаиләлә йәшәйем, шуның менән бәхетлемен, тип уйлайым.


Диана АТАНҒОЛОВА.
Өфө ҡалаһы.


Читайте нас: