Ғаилә башлығы Таһир Фәрит улы Өфө дәүләт нефть техник институтын бөткәс тә юллама менән Сибайға ебәрелә. Бөгөн «Газпром трансгаз-Өфө» предприятиеһында уңышлы эшләп йөрөй. Әйткәндәй, ул үҙенең хәләл ефетен дә ошо ҡалала осрата. Матур ғаиләнең йәме булып ике улдары донъяға килә. Ҙуры – Тәлғәт Ҡазан дәүләт энергетика университетының IV курс студенты булһа, бәләкәйе – Баязит быйыл XI синыфты тамамланы. Ул ҡаланың 9-сы лицейында беренсе синыфтан алып тик «бишле» билдәләренә генә уҡып, миҙалға эйә булды. Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырғанда ла һынатманы. Физика фәне буйынса 97 балл йыйһа, математиканан – 90, урыҫ теленән – 76. Һай, афарин!
Баязит Фәйзуллин лицейҙа уҡығанда төрлө олимпиадаларҙа ҡатнаша. Муниципаль, дистанцион, Бөтә Рәсәй кимәлендәге бәйгеләр, конкурстар призёрҙары була. Өфө дәүләт нефть техник университеты үткәргән «Киләсәккә бер аҙым» олимпиадаһында ла көсөн һынай.
– Баязитҡа математика менән физика шул хәтлем еңел бирелде. Ул ошо фәндәрҙе ныҡ оҡшатҡас, бар күңелен һалып тырышты,– тип маҡтаны үҙен уҡытыусыһы Татьяна Алексеевна Гаврилова.
Ә бына шәп егет үҙе тураһында ниҙәр һөйләне:
Ә уҡыуға килгәндә, лицейҙағы дәрестәрҙән тыш, мин өҫтәмә белем алырға ла тырыштым. Мәҫәлән, Сибайҙағы Башҡорт дәүләт университетының уҡытыусыһы Илнур Сабит улы Ғүмәровтан, ҡаланың 12-се мәктәбе уҡытыусыһы Рәмилә Рамаҙан ҡыҙы Ишберҙинанан күп нәмәгә өйрәндем. Бының өсөн уларға, шулай уҡ лицейҙа белем биргән хөрмәтле остаздарыма рәхмәт әйтәм.
Тырыш егет буш ваҡыт табып, автомобиль йөрөтөргә өйрәнеү мәктәбенә лә йөрөгән. Оҫталығын күрһәткән. Уға яңыраҡ водитель танытмаһы тапшырғандар. Ҡалай маладис!
Әле Баязит төрлө техник университеттарға документтарын ебәргән. Яуаптар көтә, ҡайҙан ҡыуаныслы хәбәр килер?
Был күркәм, өлгөлө ғаиләгә тағы ла уңыштар, ә Баязитҡа теләгән уҡыу йортона уҡырға инеп, тыуған еребеҙҙең кәрәкле белгесе булыуын теләйем.