Тормош иптәше Фаяз Ғаяз улы менән Фаягөл һәм Сәлиә исемле рухлы, матур ҡыҙҙар үҫтерә улар. Йәнтуриндар ғаиләһендә барыһы ла сәнғәт ярата. Аталары – Башҡорт дәүләт филармонияһында, әсәләре 51-се балалар баҡсаһында эшләй. Ғаилә башлығының ваҡыты тар, шуға ҡыҙҙар күберәк әсәләре менән, уның тәрбиә дәрестәрен ала. Аталары ла өйҙә ял көндәрендә ғаиләһе менән бергә ваҡытты фәһемле, ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә тырыша. Йылға буйына барһалар, бергәләп балыҡ ҡармаҡлайҙар. Ҡыҙҙарын мылтыҡтан атырға ла өйрәткән ул.
Фаягөл Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының – VI, Сәлиә I синыфында уҡый. Икеһе лә йырларға ярата, музыка мәктәбенең фортепьяно синыфына йөрөйҙәр.
Фаягөл 2015 йылда «Һаумы, һаумы, әкиәт!» ҡала конкурсында Гран-при яулағайны. Әсәһе менән гимназияла үткән «Йөрәк һүҙе» бәйгеһендә ҡатнашып та I урын алдылар.
– Сәлиә ҡыҙым да балалар баҡсаһында саралар ойошторғанда уң ҡулым булды. 2018 йылда «Һаумы, һаумы, әкиәт!»тә Айһылыу Йәғәфәрованың «Нәҙекәйбил» пьесаһын сәхнәләштереп, Киров районы буйынса I урын алдыҡ. Былтыр, быйыл да I, II урындарҙы яуланыҡ. Төп ролдәрҙе Сәлиә башҡарҙы. Өйҙә үҙ-ара тик туған телдә генә аралашабыҙ, – ти Сәлимә Йәнтурина.
Милли рух, туған телде, боронғо башҡорт йырҙарын яратыу халҡыбыҙ ижады аша ла биреләлер балаларға. Милли кейемде кейергә бик ярата икән ҡыҙҙар. Сәлиә менән әсәһе быйыл йәй «Тамыр» телеканалы иғлан иткән «Бишек – бар донъяға ишек» конкурсында ҡатнашып, республика турына үткән. Әле яңы йыр яҙҙырырға әҙерләнәләр.
Ҡыҙҙар ҡыҙҙар инде, һәр эштә әсәләренә ярҙам итәләр.
– Фаягөл ҙур инде, ашарға ла бешереп ҡуя, Сәлиә һеңлеһен дә ҡараша. Тыуған көн, Яңы йыл һәм башҡа байрамдарҙы, Ураҙа, Ҡорбан ғәйетен матур итеп билдәләп үтергә тырышабыҙ. Башҡорттарҙың милли ашы – бишбармаҡты әҙерләйбеҙ. Йыуаса бешерәбеҙ. Ялдарҙа Әбйәлилдәге атай-әсәйҙәргә ҡайтып ярҙам итергә ашығабыҙ. Йәй рәхәтләнеп һыу индек, еләк йыйҙыҡ, миндек бәйләнек. Республиканың матур төбәктәрен барып күрҙек. Ғаилә – ул беҙҙең өсөн матур итеп балалар үҫтереү, уларға яҡшы тәрбиә һәм белем биреү, ҡыуаныс-шатлыҡтарына һөйөнөп, киләсәккә һөнәр һайларға ярҙамлашыу. Әле үк үҙҙәренә аҡыллы, һәйбәт тормош иптәше тура килһен, тип тә теләйбеҙ инде, – ти әсәйҙәре.