-10 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
16 Октябрь 2020, 16:17
Бәләкәйҙән милли рух тәрбиәләйҙәр
Мин башҡорт балаһы булып тыуыуым менән бәхетлемен. «Әсәй», «атай» тип үҙ телемдә өндәшә алыуым менән ғорурланам.
Бәләкәй генә булыуға ҡарамаҫтан, ғаиләм – минең ҡәлғәм. Беҙҙә милли рух, милли үҙаң тәрбиәләнә. Бала саҡта әсәйем көйләгән бишек йырҙары, атайым өйрәткән шиғырҙар, йырҙар, бергәләшеп уйнаған милли уйындарыбыҙ ҙур тәрбиә сараһы булып тора. Халҡыбыҙға, милләтебеҙгә, туған телебеҙгә һөйөү кескәй генә сағыбыҙҙан аңыбыҙға һеңгән. Шуның өсөн үҙебеҙҙең йолаларыбыҙҙы тотоп, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе үтәү беҙҙең өсөн бик тә мөһим.
«Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк» тигән әйтем бар башҡорттарҙа. Атай-әсәйем беҙҙе бәләкәстән халҡыбыҙҙың милли кейеме, музыка ҡоралдары менән таныштырып, бейеү-йырҙарын өйрәтеп, сәнғәткә һөйөү тойғоһо уятты. Инде хәҙер ғаиләбеҙ төрлө концерт, йыр-бейеү конкурстарында сығыш яһай. Үҙебеҙ нигеҙ һалған инструменталь ансамбль менән районыбыҙҙың төрлө ауылдары буйлап йөрөп, концерттар ҡуйҙыҡ. Һәр беребеҙҙең үҙ музыкаль ҡоралы, милли кейеме бар.
Берәү – бөтәһе өсөн, бөтәһе – берәү өсөн, тип йәшәйбеҙ. Беҙҙең девиз ул. Атай-әсәйем – ҡыҙҙарым, ә беҙ, атай, әсәй, тип өҙөлөп торабыҙ.
Уңған ҡуллы әсәйем ғаиләбеҙҙе башҡорт халҡының милли ризыҡтары – бишбармаҡ, буҙа, ҡыҙыл эремсек, талҡан менән һыйлай. Беҙҙе, дүрт ҡыҙын да, ошо ашамлыҡтарҙы әҙерләргә өйрәтә. Байрамдарға, тыуған көндәргә, ҡунаҡҡа килеп, беҙ бешергән сәксәк, бишбармаҡ ашап, буҙа эсмәй ҡайтҡан кеше юҡтыр ул...
Балаларҙа ғаиләнән үк милләтенә, ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡарата хөрмәт, мөхәббәт тәрбиәләү бик мөһим. Был йәһәттән атайым менән әсәйем үҙ бурыстарын яҡшы үтәй, тип мин ғорур рәүештә әйтә алам.
Бөрйән районы,
Байназар мәктәбе.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май 2024, 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...