Шундайҙарҙың береһе – балаларына милли рух, шәжәрәгә һөйөү тәрбиәләгән Абдуллиндар ғаиләһе. Уларҙы ике ҡыҙы менән Өфөлә үткән төрлө саралаларҙа йыш тап итергә була.
— Үҙебеҙҙең яҡтан Нәзировтар шәжәрәһен мәктәптә VIII – IX синыфтарҙа уҡыған саҡта өйрәнә башлағайныҡ. Атайыбыҙ архивтан эҙләнде, өлкәндәрҙән дә һорашып яҙып алдыҡ. Шәжәрәбеҙҙе йыл һайын тулыландыра барҙыҡ. Кейәүгә сыҡҡас, Абдуллиндарҙың нәҫелен дә өйрәндек. Ике яҡ шәжәрәне лә 13 – 15 быуынына тиклем беләбеҙ. Балаларыбыҙҙы өйрәтәбеҙ, — ти әсәйҙәре Фәрзәнә Мәүлимбирҙе ҡыҙы.
Ул үҙе – баш ҡалабыҙҙың 194-се балалар баҡсаһында юғары категориялы тәрбиәсе, башҡорт теле белгесе. Былтыр Өфө ҡалаһының тәрбиәселәре кәңәшмәһендә ғаилә шәжәрәләрен күрһәткәндәр. «Арғымаҡ» этно-рок төркөмөнән туғандары Айрат Нәзиров та килеп сығыш яһаған.
– 2018 йылда Юнир Һағынбаевты саҡырып, ҡурай буйынса дәрес күрһәткәйнем. Шуның өлгөһө брошюраға индерелде. Унда 9 тәрбиәсенең дәрес өлгөһө бар, – ти Фәрзәнә Мәүлимбирҙе ҡыҙы.
Атайҙары Илнур Яҡуп улы «Башнефть» ойошмаһында оператор булып эшләй. Ҡыҙҙарына һәр яҡлап та өлгө ул. Ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнә башлаған. Шахмат уйнау оҫтаһы. Ҡала кимәлендәге ярыштарҙа тәүге урындарҙы яулап тора. Ҡортсолоҡ серҙәрен дә бик яҡшы белә. Ауылда ғаиләләренең умарталыҡтары ла бар.
«Ир бала — йортҡа терәк, ҡыҙ бала — йортҡа биҙәк», тигәндәй, Абдуллиндарҙың өйөн йәмләп, ике ҡыҙ үҫеп килә. Ҙурҙары Асия Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында бишенсе синыфта белем ала, бәләкәйҙәре Сара – беренселә генә әле. Үҙҙәре шул тиклем тырыштар, бейергә, һүрәт төшөрөргә әүәҫтәр. Сәйләндән беләҙек яһарға оҫталар. Әсәйҙәре менән бергәләп түшелдерек тә эшләй башлағандар. Спорт менән бик дуҫтар. Атайҙары менән шахмат, шашка, футбол уйнарға яраталар.
Ҡыҙҙар район, ҡала кимәлендәге бәйгеләрҙә лә көсөн һынап ҡарай. Бишенсе синыфта уҡыусы Асия синыфташтары менән «Һоросай менән Ҡарасәй» әкиәтен ҡуйып, «Һаумы, һаумы, әкиәт!» республика конкурсында еңеү яулағандар. Унда ул әбей ролен килештереп башҡарған. Гимназияла ниндәй генә сара үткәрелмәһен, ошо еңеү килтергән әкиәтте сәхнәләштереп күрһәткәндәр.
Шундай рухлы мөхиттә үҫә Сара менән Асия. Бәләкәйҙән ҡыҙҙарына шәжәрәһен өйрәткән, туған телгә һөйөү уятҡан Абдуллиндар ғаиләһе күптәргә өлгө булырлыҡ.