-5 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
20 Ноябрь 2020, 12:27

Бәләкәй генә, тимәгеҙ...

Камилла Ғүмәроваға биш кенә йәш әле. Үҙе шул тиклем ҡыҙыҡһыныусан, әүҙем, көләс ҡыҙ ул. Кескәй генә булыуына ҡарамаҫтан, әсәһе Әлмира Шамил ҡыҙына ярҙам итергә әҙер тора. Сибайға Рәйсә өләсәһе менән Шамил олатайҙарына ҡунаҡҡа барғанда ла яҡындарына булышмайынса ҡалмай.



Яратҡан шөғөлдәре лә бар. Һүрәт тө­шөрөргә бик әүәҫ. Үҙе йөрөгән 78-се балалар баҡсаһының тәрбиәселәре – Сәриә Сибәғәтуллина менән Илмира Ҡаһармановалар ҙа ҡыҙҙы маҡтап ҡына тора.

Был матур, һәләтле ҡыҙҙың исемен хәтеребеҙгә һалып ҡуяйыҡ. Бәлки, киләсәктә телевидениела алып барыусы ла булып китер әле. Үҙ-үҙен тотошонан, асыҡ итеп һөйләшеүенән, иғтибарлы, хәтеренең бик яҡшы булыуынан шулай тип уйлап ҡуяһың.

Камилла өйҙә әсәһе менән бергәләп «Аҡбуҙат« журналын уҡырға, төрлө әйберҙәр яһарға, йәнһүрәт ҡарарға ла ярата. Пластилиндан төрлө һындар ҙа эшләй.

Яңыраҡ 78-се балалар баҡсаһының мөдире Оксана Ивановна Фәйзуллина үҙенә Маҡтау грамотаһы тапшырҙы. Баҡһаң, тиҙәйткестәрҙе бик матур биҙәгән икән, бының өсөн икенсе урын биргәндәр.

Камилла бөтәһе менән дә тиҙ уртаҡ тел таба. Икенсе йыл инде «Сәләм» балалар-үҫмерҙәр үҙәгенең «Умка» үҫтереүсе мәктәбендә шөғөлләнә.

Ҡыҙҙың хыялы – ветеринар булыу, ул хайуандарҙы хәстәрләргә теләй. Камилланың ҡуйған маҡсаттарына ирешеүен теләйек. Яҡындарын гел шулай һөйөндөрөп кенә торһон.

Гөлсөм Хисмәтова.
Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: