+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
20 Ноябрь 2020, 13:14

Тормош йәмле бала менән

Бал татлы, балдан бала татлы, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр шул... Ысынлап та, бала – тормоштоң йәме, сәскәһе, атай-әсәйҙең күҙ нуры ул. Йортҡа биҙәк һәм терәк булып, ғаиләне мең ептәр менән бәйләп тороусы балаларыбыҙ илебеҙ киләсәге лә бит.



Тыуған республикабыҙҙа аҡыллы, тырыш балалар тәрбиәләүсе өлгөлө ғаиләләр бик күп. Рухлы, эшһөйәр, татыу һәм күп балалыларҙың илебеҙҙә йылдан-йыл артыуы һоҡландыра. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Ғүмәровтар ғаиләһе лә тап ошондай күркәм сифаттарға эйә.

Гүзәл һәм Руслан Ғүмәровтар өс ҡыҙ һәм өс малай үҫтерә. Улар балаларына мәғәнәле, үҙ ерлегебеҙгә хас матур мосолман исемдәре ҡуш­ҡан. Иң оло ҡыҙҙары Ғәлиә 136-сы башҡорт лицейының – VI, Гөлфиә – IV, ә Рамаҙан I синыфтарында белем ала.

Ҡыҙҙар икеһе лә бәләкәйҙән еңел атлетика менән шөғөлләнә. Төрлө ярыштарҙа еңеү яулап, ҙур уңыштарға өлгәшкәндәр. Бик күп миҙалдар менән бүләкләнгәндәр. Фортепианола уйнайҙар, китап уҡырға яраталар, ғәрәп телен дә үҙләштерә­ләр. Шахмат-шашка менән дә мауығалар. Табип булырға ла хыяллана икән ҡыҙҙар! Сөнки кешеләрҙең һаулығы һағында тороусы атайҙары уларға ҙур өлгө булып тора.

Рамаҙанға тхэквондо, робототехника түңәрәктәре оҡшай. Ул шулай уҡ баянда уйнарға ла өйрәнә.

Әсәйҙәре Гүзәл Таһир ҡыҙының һөнәре – иҡтисадсы, аспирантурала уҡый. Фәнни эше буйынса мәҡәләләр яҙырға ла өлгөрә. Балаларына ихлас, һөйкөмлө һәм тәмле аштары менән һөйөндөрөүсе әсә. Кескәй­ҙәренең һәләттәрен һәр яҡлап асыр­ға тырыша. Милли баҫмаларға яҙылып, туған телдә китаптар уҡып, рухи яҡтан да үҫтерергә, күңелдәрен байытырға тырыша Гүзәл Таһир ҡыҙы.

Республикабыҙҙың бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкиле Милана Скоробогатова һәм Өфө ҡалаһының Октябрьский районы хакимиәте башлығы Сергей Плотников ҡулынан Маҡтау ҡағыҙы һәм Рәхмәт хаттары алып та ҡыуана Ғүмәровтар.

Ғаилә башлығы Руслан Мансур улы Өфө дауаханаларының береһендә эшләй. Әлеге көндә коронавирус сире менән иң ҡыҙыу нөктәләрҙә алышыусы табип ул.

Ҡарасәй-Черкес Республикаһы башлығы Рәшид Темрезов Руслан Ғүмәровҡа һәм уның өс хеҙмәттәшенә «Ҡарасәй-Черкес Республикаһының атҡаҙанған табибы» исемен бир­ҙе. Алтын ҡуллы, үҙ эшенә тоғро табип менән Башҡорт­остан халҡы ла хаҡлы рәүештә ғорурлана!

Бала саҡтан һаулыҡ һағында торорға һәм күп балалар үҫтерергә хыялланған, әлеге көндә теләге тормошҡа ашҡан Рус­лан Мансур улы үҙенең ҡыҙҙарына һәм улдарына: «Туған телебеҙҙе белеп үҫегеҙ, сөнки төрки телдәренең күбеһе беҙҙең баш­ҡорт теленә яҡын. Туған телде белеү кешегә бер ваҡытта ла ҡамасауламай, тик ярҙам итә»,– тип өйрәтә.

Йәш ғаилә балаларын үҙҙәренең таяныс-терәктәре булған атай-әсәй­ҙәре: Флүзә һәм Мансур Ғүмәровтар, Гөлфирә һәм Таһир Дилмөхәмәтовтар кәңәшенә таянып тәрбиәләй, туған телебеҙгә һөйөү, ихтирам уята. Балалар олоно – оло, кесене кесе итергә өйрәнә, ғаилә ҡиммәттәрен һәм туғанлыҡ төшөнсәләрен белеп, күреп үҫә.

Ғүмәровтарҙың татыу ғаиләһенә сәләмәтлек, йорттарына бәрәкәт, ҡыуаныслы ғүмер һәм артабан да уңыштар насип булһын!


Миңлегөл ТАЙСИНА.
Өфө ҡалаһы.


Читайте нас: