Алдан саҡырыу буйынса, улар ата-әсәләре менән «Аврора» ял итеү үҙәгенә йыйылды. Иң кескәйҙәр өсөн «Джунгли донъяһында» уйыны ойошторолһа, урта йәштәге балалар өсөн йәнһүрәт күрһәтелде. Үҫмерҙәр иһә боулингта көс һынашты. Килгән ҡунаҡтарҙы алып барыусы Наталья Куфтерина Лол ҡурсағы образында ҡаршылап, шатландырып ҡына торҙо.
– Мөмкинлектәре сикләнгән сабыйҙарҙың тормоштарына бер аҙ ғына булһа ла йәм өҫтәй алһаҡ, беҙ бик шатбыҙ. Был сараны ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән «Аврора» ял итеү үҙәгенә, Бөрө ҡалаһы эшҡыуарҙарына сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ, – ти бүлексә етәксеһе Анфиса Гәрәйшина. – Беҙҙең балалар көслө рухлы, талантлылар ҙа. Улар реабилитацион бүлек белгестәре етәкселегендә төрлө Рәсәй, республика, ҡала күләмендә уҙғарылған фестиваль, конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулап тора. Илебеҙ буйынса иғлан ителгән акцияларҙан да ситтә ҡалмайҙар.
Эйе, был көндө генә түгел, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә һәр ваҡытта иғтибарлыраҡ, мәрхәмәтлерәк булһаҡ, был донъя тағы ла матурыраҡ, йәмлерәк булыр ине, тип ышанғы килә.
социаль хеҙмәт буйынса белгес.