+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
19 Февраль 2021, 15:17

Атайҙар - беҙҙең терәгебеҙ!

Бер мәктәптән яҙалар Исеме уның Айбулат. Атайыбыҙ ныҡ уңған, егәрле, һәр эшкә лә өлгөрә. Ҡыш етһә, ҡапҡа алдыбыҙға боҙ ҡаласығы яһап ҡуя. Өйөбөҙ эргәһенән үтеп барыусылар гел туҡталып, ҡар һындары янында иҫтәлеккә фотоға төшә. Айзилә ҒАЙСИНА.


Наҙгөл НОҒОМАНОВА.


Ғаиләбеҙ менән тәбиғәт ҡосағына ял итергә лә сығабыҙ. Атайым балыҡ тоторға әүәҫ. Беҙҙең менән бергә мәктәптә, ауылда үткән төрлө ярыштарҙа ла ҡатнаша. Ауыл клубында ойошторолған бейеү ансамбленә йөрөй.
Атайыма һаулыҡ теләйем. Үҙен ныҡ яратабыҙ.

Зарина СӘҒӘҘӘТОВА.

Минең атайымдың исеме – Нәҙир. Ул элек мәктәптә уҡытыусы булды, хәҙер ҡырға эшкә йөрөй. Ситтә йөрөп ҡайтһа, беҙ бик ҡыуанабыҙ, уның менән күңелле! Шуға үҙен һәр саҡ һағынып көтөп торабыҙ.
Ул беҙҙе төрлө ерҙәргә алып йөрөтә, яңы урындар менән таныштыра. Дәрес әҙерләгәндә һорауҙарым килеп сыҡһа, һәр ваҡыт ярҙам итә.
Атайым – ғаиләбеҙҙең терәге. Мин уның менән ғорурланам, өлгө алам. Үҙенә сәләмәтлек, оҙон ғүмер, шатлыҡ, эшендә уңыштар теләйем.

Әҙилә ҮТӘБАЕВА.




Илназ ДАУЫТОВ.

Ауылда эш булмағас, ул ситкә йөрөп аҡса эшләй. Ҡайтыуын һәр саҡ һағынып көтәбеҙ, кире китергә ваҡыты етһә, уны ебәрге лә килмәй тора.

Дилбәр ИШМЫРҘИНА.



Ғаиләбеҙҙә төп һүҙҙе һәр ваҡыт атайым әйтә. Беҙ уны гел тыңлайбыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. Атай минең өсөн өлгө булып тора.

Арслан ҒҮМӘРОВ.

Баймаҡ районы,

Өмөтбай мәктәбе.


Читайте нас: