+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Ғаилә усағы
19 Марта 2021, 06:14

Күптәргә өлгө улар

«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсында Учалы районының Уральск ҡасабаһынан Үҙәнбаевтар «Ижади ғаилә» номинацияһында III урынға лайыҡ булғайны. Стәрлетамаҡта үткән бүләкләү тантанаһынан кәйефтәре күтәрелеп, тағы ла дәртләнеп ҡайтҡандар.


Улар кәләше Гүзәлиә менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтерә. Илназ Камил улы – Уральск мәҙәниәт йортонда тауыш операторы һәм ҡурайсы, ә Гүзәлиә Сәйәр ҡыҙы «Ләйсән» халыҡ бейеүҙәре ансамблендә башлап бейеүсе булып танылған. Тәүге улдары Илгиҙәр – V, игеҙәктәре Нурислам менән Динислам II синыфта яҡшы ғына уҡып йөрөй. Кинйәбикәләре Йәзилә иһә – балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе. Малайҙар «Ирәмәл» балалар үҙәгендә бейеү, шахмат буйынса ихлас шөғөлләнә. Атайҙары етәкләгән уҡ атыу түңәрәгенә лә йөрөйҙәр.

– Илгиҙәребеҙ футбол буйынса район кимәлендә уҙғарылған ярыштарҙа һынатмай, Динисламыбыҙ шиғыр, йыр бәйгеләрендә әүҙем ҡатнашып, маҡтаулы урындар алып ҡыуандыра. Нурисламыбыҙ һүрәттәр төшөрөргә яратһа, Йәзиләбеҙ инде шулай уҡ шиғырҙарҙы яттан һөйләргә әүәҫ, – ти әсәй­ҙәре.

– Ҡыҙыбыҙ бик теремек, хәтере шәп, ағалары дәрес әҙерләгәндә шиғыр ятлаһа, уларҙан алда отоп ала, – тип һүҙгә ҡушыла атайҙары.

Үҙәнбаевтар балаларын төрлө яҡлап үҫтерергә тырыша. Быйыл «Яңы йыл ғаилә уйындары» республика фестивалендә I урынға лайыҡ булғандар. Динислам Санкт-Петербург ҡалаһының Европа мәҙәни ассоциацияһы ойошторған халыҡ-ара конкурс-фестивалдә «Ҡурайсы» йырын башҡарып, «Академик вокал» номинацияһында I дәрәжә диплом менән бүләкләнгән.

Бына шулай Үҙәнбаевтар ғаиләһе бар яҡтан да булдыра.

– Ял көндәрен дә бергә файҙалы итеп үткәрергә тырышабыҙ. Балалар үҙебеҙҙең райондағы Байрамғолда һәм Белорет районы Шығай ауылында йәшәгән өләсәләренә лә ихлас ярҙамлаша. Ҡышын ҡар көрәшәләр, утын ташыйҙар, йорт-ҡура алдында аталарына ла ярҙам итәләр, беҙгә ярҙам­сы булып үҫеп киләләр. Малайҙар тышта йөрөгәндә ҡыҙы­быҙ минең янда, ҡамыр баҫырға ла ярҙам итешә, – ти Гүзәлиә Сәйәр ҡыҙы.

– Ә игеҙәктәрегеҙ бер-береһенә ныҡ оҡшағанмы? – тип һорайым атайҙарынан.

– Әҙерәк айырылалар, Динислам үҙ эшенә талапсаныраҡ ҡараһа, Нурислам инде шаяныраҡ. Үҙ-ара көрмәкләшеп тә китәләр, малайҙар бит. Балаларҙы олоно оло, кесене кесе итә белергә өндәп, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе өйрәтеп үҫтерергә тырышабыҙ. Алла бирһә, ат алырға иҫәп бар. Малайҙар һыбай йөрөй, ат егә, туғара белергә тейеш, тип уйлайым, – ти Илназ Үҙәнбаев.

Бик хуп! Ысынлап та, күптәргә өлгө Үҙәнбаевтар ғаиләһе, шулай бит, дуҫтар?!

Э. ҒӘЛЛӘМЕТДИНОВА.
Читайте нас