Бәләкәйҙән зирәк, шуҡ, бар эшкә лә оҫта булып үҫә улар. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң водитель, газ менән иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштереп, әрмегә Тыуған илде һаҡларға китәләр. Бәхеттәренә күрә, икеһе бергә Кавказдағы Төньяҡ Осетия – Алания Республикаһында сик һаҡсыһы булып хеҙмәт итә. Изге бурыстарын үтәп ҡайтҡас, өйләнеп, Сулпан ауылында ҙур, күркәм итеп йәнәш кенә йорт һалып инәләр.
Гөлнара менән Динис Хановтар ғаиләһендә биш бала: Динар, Рәмил, Лилиә, Айбулат, Сафия, ә Гөлдәр менән Юрис Хановтар ғаиләһендә өсәү: Алмаз, Аслан, Шамил. Атайҙарыбыҙ ҙа, әсәйҙәребеҙ ҙә «Янғантау» шифаханаһында эшләй. Улар йырҙарҙа йырланған йүгерек Йүрүҙәндә бәләкәйҙән һыу инеп, балыҡ ҡармаҡлап үҫкәнгә күрә, буш ваҡыттары булыу менән күмәкләшеп йылға буйында ял итәбеҙ. Ғаилә байрамдарын күңелле итеп үткәрәбеҙ. Атайҙарыбыҙ бөтә яҡтан да беҙгә өлгө: йыр-моңға маһирҙар, малайҙарҙы ағас, газ менән иретеп йәбештереү эшенә өйрәтәләр. Улар йәштән спорт менән дуҫ булғас, беҙ ҙә мәктәптә төрлө түңәрәктәргә-секцияларға йөрөйбөҙ. Футбол яратабыҙ, ярыштарҙа ла ҡатнашып торабыҙ.
Лилиә менән Алмаз ХАНОВтар, VI «А» синыфы уҡыусылары.
Салауат районы, Янғантау мәктәбе.