+15 °С
Облачно
VK
OK
Telegram
Ғаилә усағы
8 Мая 2021, 15:45
Ғаилә аҙналығы башлана
11 майҙан Башҡортостанда Ғаилә аҙналығы башланып, 16 майға тиклем дауам итәсәк. Был көндәрҙә барлыҡ район һәм ҡалаларҙа ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереү һәм һаҡлау, ғаилә ялын ойоштороу, ғаиләләрҙең транспорт йәрәхәтләнеүен иҫкәртеүгә арналған акциялар, саралар үтәсәк.
Ғаилә аҙналығы 11 майҙа балалар әйберҙәрен (яңы, шулай уҡ кейелгән булһа ла ярай)
йыйыу буйынса "Ғаилә изгелек бумерангы" акцияһынан башланасаҡ. Йыйылған әйберҙәр мохтаж ғаиләләргә тапшырыласаҡ. Уларҙы йыйыу "Ғаилә" үҙәктәрендә ай аҙағына тиклем алып барыла. Яҡындағы үҙәктең адресын Башҡортостандың Ғаилә порталында
https://www.семьярб.рф/
белергә мөмкин. Ҙурыраҡ әйбер булһа, килеп алыу өсөн ғаризаны 8 - 800 - 347 - 5000 телефоны буйынса ҡалдырырға мөмкин.
12 майҙа аҙналыҡты "Файҙалы кәңәштәр марафоны" дауам итәсәк. Ул республика халҡы араһында 8 - 800 - 347 - 5000 телефоны буйынса ата-әсәләргә психологик ярҙам күрһәтеү хеҙмәтен популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Махсус саҡырылған психологтар төрлө һорауҙар буйынса консультациялар үткәрәсәк.
13 майҙа "Файҙалы иртәнге аш" республика акцияһы үтәсәк. Был сара республика халҡына сәләмәт йәшәү рәүеше, ғаилә сәләмәтлеген һаҡлауҙа һәм нығытыуҙа дөрөҫ туҡланыуҙың роле хаҡында мәғлүмәт бирәсәк. Табип-диетолог Зөлфиә Хәбибуллина үҙенең ғаиләһе менән тәмле һәм файҙалы аҙыҡ әҙерләп күрһәтәсәк. Ғаиләгеҙҙең иртәнге аш мәлендә фотоһын "Инстаграм" селтәренә #Семейныйзавтрак2021 хэштегы менән ҡуйып, @dietolog_zulfiya аккаунтын билдәләнһәгеҙ, бүләктәр отошонда ҡатнаша алаһығыҙ.
14 майҙа "Хәүефһеҙ юл — бәхетле ғаилә" республика акцияһы планлаштырылған.
15 майҙа — Халыҡ-ара ғаилә көнөндә ошондай исемдәге конкурста ҡатнашырға мөмкин. Бының өсөн ғаиләгеҙҙең фотоһын "Инстаграм"ға ҡуйып, #Деньсемьи2021 хэштегы менән билдәләргә кәрәк. Уның еңеүселәре Өфө ҡалаһындағы ғаилә ресторанына саҡырыу аласаҡ. Шулай уҡ "Беҙ Халыҡ-ара ғаилә көнөндә өйләнештек" республика акцияһы ла уҙасаҡ.
Ғаилә аҙналығы 16 майҙа "Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?" форматындағы квиз-уйын менән тамамланасаҡ.
Фото: "Башинформ"дан.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...