+11 °С
Ясно
VKOKTelegram
Ғаилә усағы
23 Мая 2021, 04:53

Уларҙан өлгө алам

Әсәйем Хәмиҙә Ғиззитдин ҡыҙы менән атайым Фаил Исрафил улы Ҡо­ланбаевтар икеһе лә донъя көтөүгә шундай тырыш, егәрлеләр.

Үҙҙәренең тыуған ауылдары Йәнйегеттә төпләнеп, ғаилә ҡороп, матур итеп йәшәйҙәр. Алмас менән Илнар ағайымдарға һәм миңә ғүмер бүләк иткәндәр. Ҡәҙерлеләремдең икәүһенең дә ҡулынан килмәгән эше юҡ. Әйткәндәй, атайым – шофёр ҙа, бригадир ҙа һәм «Сибай» совхозында идарасы ла. Ә әсәйемде 5 йыл Татлыбай ауылында почта бүлексәһендә эшләгәндән һуң Йән­йегет мәҙәниәт йортона эшкә күсе­рәләр. Әле ул – 16 йыл инде мәҙәниәт етәксеһе. Атайым менән әсәйем беҙҙе лә үҙҙәре кеүек эшһөйәр итеп тәрбиәләргә тырыша.

Ғаиләбеҙ 2014 йылда крәҫтиән-фермер хужалығы ойоштороп, үҙ эштәрен асып ебәрә. Тәүҙә ҙур ҡыйынлыҡтар менән башлаһалар ҙа, әлеге көндә уңышлы ғына эшләйҙәр. 250-ләп баш эре малдары, бик күп техника һәм эшселәре бар. Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, тигән хал­ҡым. Алмас ағайым да, атайымдың уң ҡулы булып, уның юлынан китте. Әсәйем дә буш ултырмай: баҡса үҫтерә, күпләп ҡош-ҡорт көтә, аш-һыуҙы ла бик тәмле итеп бешерә. Ауыл советы депутаты булараҡ, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Ауылдаштарына ҡулынан килгәнсә ярҙам итә, үтенестәрен бер ваҡытта ла кире ҡаҡмай. Мин, үҙ сиратымда, уларҙан хеҙмәткә өйрәнеп, киләсәккә үрнәк алам. Үҙҙәренә һәр ваҡыт ярҙам итергә тырышам.

Атайымды ауылдаштар ныҡ хөрмәт итә. Сөнки ул ауылда, мәктәптә үткәрелгән сараларҙа һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙа, аҡсаһын бер ҙә йәлләмәй.

Мин шундай татыу, уңған ғаиләм менән ныҡ ғорурланам. Ҙурайғас, улар­ҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәйсә, тырыш, ярҙамсыл булырмын һәм алдыма ҡуйған маҡсатыма ирешермен, тип уйлайым. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тиҙәр бит.

Айһылыу ҠОЛАНБАЕВА.

Баймаҡ районы,

Йәнйегет мәктәбе.
Читайте нас