+23 °С
Облачно
VKOKTelegram
Ғаилә усағы
20 Августа 2021, 05:45

Атай-әсәй – йорттоң тотҡаһы, ә балалар – уларҙың көҙгөһө

Күптән түгел интернет селтәрендә бәләкәй генә малайҙың хәтәр шәп итеп «Шайморатов генерал»ды йырлаған мәлендә төшөрөлгән видеоһы бик күп лайыҡтар йыйып, барыһын һоҡландырғайны.

Атай-әсәй – йорттоң тотҡаһы, ә балалар – уларҙың көҙгөһөАтай-әсәй – йорттоң тотҡаһы, ә балалар – уларҙың көҙгөһө
Атай-әсәй – йорттоң тотҡаһы, ә балалар – уларҙың көҙгөһө

Кем ул? Ҡайһы яҡтан, ниндәй ғаиләлә тәрбиәләнә? Ошо ҡыҙыҡһындырған һорауҙарыбыҙға яуап таптыҡ. Әйҙәгеҙ, һеҙҙе лә шул малай һәм уның ғаиләһе менән яҡынданыраҡ таныштырайыҡ әле.

Был бәләкәй йырсы Басир исемле икән. Үҙенә 4 йәш кенә. Ул – үҙһүҙле, ныҡыш, моңло бала. Быйыл Баймаҡтағы балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында ойошторолған йыр бәйгеһендә, нәфис һүҙ оҫталары ярышында Гран-при яулаған. Кистәрен: «Атай, әйҙә, йырлап алайыҡ!» – тип уның янына килеп ултыра ла бергәләп яңы йыр өйрәнәләр. Хатта атаһы башҡарған бар йырҙарының һүҙҙәрен ятлап бөткән икән. Әгәр ул баянында берәй көй уйнай башлаһа, Басир ҙа йырларға тотона. Һай, афарин!
Ишейҙә йәшәгән өләсәһе лә ейәненә йырҙар өйрәтә. Уға ла: «Әйҙә, йырлап алайыҡ, әйҙә, урманда йөрөп киләйек, йылға буйына төшәйек», – ти ҙә йөрөй икән. Басир әле йәйге ялда «Ай, былбылым» йырын өйрәнгән. Өләсәһен һағынып китһә, телефон аша ла йырлашып алалар.
– Беҙҙең Сәфәрғәлиндәр ғаиләһе – ябай башҡорт ғаиләһе, тип әйтер инем. Тормош иптәшем Заһит Замир улы сығышы менән иң төпкөл, иң матур Ишей ауылынан. Ҡайным Замир Зиннур улы һәм ҡәйнәм Лилиә Әҙеһәм ҡыҙы – тырыш, ипле, алсаҡ кешеләр. Олатай нигеҙен ташламай, шунда өй һалып, гөрләтеп йәшәйҙәр. Өс малай тәрбиәләгәндәр: Заһит, Сәғит, Данил. Улдары барыһы ла ғаиләле, тырыш, ярҙамсыл, бер-береһе өсөн йәнен бирергә әҙер торған туғандар. Әйткәндәй, улар данлыҡлы Ғәбит сәсән тоҡомонан, – тип ғорурланып һөйләй Сәфәрғәлиндәрҙең килене, Басирҙың әсәһе Дилара Зәки ҡыҙы. – Басир улым атаһына оҡшап, моңло бала инде. Тормош иптәшем дә бәләкәй­ҙән йыр-моңға ғашиҡ булып үҫә, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, баянда ла үҙ аллы (ҡараңғы мунса эсендә) уйнар­ға өйрәнгән. Сибай педагогия колледжында музыка уҡытыусыһына уҡый. Әле 20 йыл ошо һөнәренә тоғро. Баймаҡтың 3-сө мәктәбендә эшләй.
Дилара ханым үҙе Темәс ауылынан. Әле Баймаҡ биләмә-ара китапханаһында бүлек мөдире булып эшләй. Ул да Сибай педагогия колледжында белем алған. Тормош иптәше Заһит менән студент саҡтарында танышып, дуҫлашып йөрөгәндән һуң гөрләтеп туй үткәрәләр. Әле өс балаға ғүмер бүләк итеп, Басирҙан башҡа тағы Зинира һәм Самира ҡыҙҙарын тәрбиәләй­ҙәр.
Зинира ҡалалағы 3-сө мәктәптең IX синыфын тик «бишле» билдәләренә генә тамамлап, X синыфҡа барырға йыйына. Яҡшы уҡығаны өсөн быйыл аҡсалата премия һәм Ҡырым ярымутрауына 10 көнлөк юллама менән бүләкләнеп, июль айында шунда ял итеп ҡайтҡан. Бының өсөн Зинира Сергей Петрович Продовиков­ҡа рәхмәт әйтә. Ул да – ошо мәктәптең уҡыусыһы, йыл һайын иң яҡшы уҡыусыларға, уҡытыусыларға аҡсалата премия һәм Ҡырымға, Санкт-Петербургҡа юллама бүләк итә икән.
– Беҙ Ҡырым ярымутрауының Коктебель ҡалаһында булдыҡ. Бағымсыбыҙ Сергей Петрович ҡуртымға ике коттеджды алған. Ул диңгеҙ янында ғына ине. Бер көн эсендә Судак, Ялта, Феодосия, Симферополь ҡалаларында экскурсияла булдыҡ. Шулай уҡ Баҡсаһарайҙағы Хан һарайын — Ҡырым хандарының элекке резиденцияһын күрҙек. Донъя әһәмиәтендәге тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡы ул, Ҡырым татар­ҙарының бер­ҙән-бер һарай архитектураһы өлгөһөн күреү бик иҫтәлекле мәл булып хәтеремдә һаҡланыр әле. Тағы ла Генуэзск ҡәл­ғәһенә барыу оҡшаны. Бик күп төрлө көньяҡ емеш-еләктәрен ашап туйҙыҡ. Аҙаҡ барыбер өй ризыҡтарын һағындыҡ.
Ҡайтышлай Мәскәүҙә туҡталырға 6 сәғәт ваҡытыбыҙ бар ине, уны ла буш­ҡа үткәрмәнек. Ҡыҙыл май­ҙанды барып күрҙек, иҫтәлеккә фо­то төштөк, – ти Зинира.
Ә Самира быйыл беренсе синыфҡа уҡыр­ға бара. Ул – шул тиклем илгәҙәк, йомшаҡ күңелле, кешелекле бала. Апаһы, ҡустыһы өсөн йәнен бирергә әҙер, атаһына, әсә­һенә һәр саҡ йылы, матур һүҙҙәр әйтеп, көс биреп кенә тора икән. Самира тағы ла бик оҫта ҡуллы, һүрәт төшөрөргә, тегергә ярата.
Дилара Зәки ҡыҙы китапханала эшләгәс, өйҙә лә китапҡа һөйөү тәрбиәләнә. Китап, журналдар уҡыу – улар ғаиләһендә ғәҙәти күренеш. Самираның хатта «Аҡбуҙат» журналы биттәрендә фотоһы баҫылып сыҡҡаны булған. Атаһы менән ҡоштарға тағараҡ эшләгән мәлде фотоға төшөрөп, уны тәрбиәсеһе ошо редакцияға ебәргән бул­ған. Журналда үҙен күргәс, Самира ныҡ ҡы­уан­ған. Быйылдан әсәй­ҙәре «Йән­шишмә»гә яҙыл­ған. Тиҙ­ҙән үҙҙәрен гәзиттә күрһәләр, тағы сюрприз булыр әле. Магазиндан китап алып уҡыу ҙа ғаилә өсөн бик мөһим. Самира менән Басир китап-журналдарҙағы һүрәттәрҙе ҡарап, сюжет төҙөй, буяй тор­ған­дарын матур итеп буяп та ҡуялар.
– Беҙ бер-беребеҙгә иғтибарлы, татыубыҙ. Ғаилә башлығы – атайыбыҙ итәғәтле, матур холоҡло, балаларын дәртләндереп кенә тора. Һәр саҡ файҙалы кәңәштәрен бирергә лә онотмай. Эшкә лә самаһын белеп ҡушып, утын ташығанда ла, ҡый утағанда ла, гаражда тимер-томор менән булғанда ла бала­лар­ҙы эргәһендә алып йөрөй. Иң мөһиме: уларҙы ла тыңлай, һәр береһен шәхес итеп тәрбиәләргә тырыша. Мәҫәлән, бәләкәстәр өлкән апайға – Зинираға ҡаршы әйтмәй, уның һүҙен тыңлай­ҙар. Ә атаһы балаларға нимә яҡшы, нимә насар икәнен һәр саҡ аңлатып тора.
Беҙ балаларға өлгө күр­һәтеп, һәр ҡайҙа дөрөҫ йүнәлеш бирергә тырышабыҙ, – ти Дилара ханым.
Ҡалала торһалар ҙа, ауыл эшен яраталар. Балалар тырыш, эшкә өйрәнеп үҫә. Улар бесән әҙерләүҙә, баҡсала ҡый утауҙа ла, утын ташыуҙа ла – барыһында ла ихлас ҡатнаша.
Был татыу ғаилә тәбиғәт ҡосағында ла матур ял итә белә. Мәҫәлән, Замир олатайҙары менән Лилиә өләсәйҙәре балалар каникулға сыҡһа, уларға ял-байрам ойоштороп, урманда һабантуй ойоштора. Өс улы, килендәре, ете ейән-ейәнсәрҙәре был ялды көтөп ала. Төрлө ярыштар үткәреп, аҙаҡ олатайҙары матур-матур бүләк тапшыра икән. Әйткәндәй, Басирға быйыл тыуған көнө уңайынан, уңыштары менән ҡыуандыр­ғаны өсөн ҡолон бүләк иткәндәр. Оһо! Хәҙер Басир тағы интернет селтәрендә үҙенең шәп видеолары менән таныштырыр әле. Был юлы, бәлки, ҡолоно менән төшөр видеоға. Булыр, булыр. Басир шәп бит ул! Донъялар ғына имен-аман торһон.

Зөһрә ХӘКИМОВА.
Баймаҡ ҡалаһы.

Атай-әсәй – йорттоң тотҡаһы, ә балалар – уларҙың көҙгөһө
Атай-әсәй – йорттоң тотҡаһы, ә балалар – уларҙың көҙгөһө
Атай-әсәй – йорттоң тотҡаһы, ә балалар – уларҙың көҙгөһө
Атай-әсәй – йорттоң тотҡаһы, ә балалар – уларҙың көҙгөһө
Атай-әсәй – йорттоң тотҡаһы, ә балалар – уларҙың көҙгөһөАтай-әсәй – йорттоң тотҡаһы, ә балалар – уларҙың көҙгөһө
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас