+28 °С
Облачно
VKOKTelegram
Ғаилә усағы
4 Ноября 2021, 05:05

Өләсәйҙе һағыныу

Ҡараңғы бүлмәгә, иҙәндә һыҙыҡ булып ҡына, тәҙрәнән ай яҡтыһы төшә.

Өләсәйҙе һағыныуӨләсәйҙе һағыныу
Өләсәйҙе һағыныу

Бер яҡ мөйөштә торған диванда юрған аҫтынан шым ғына шыбырҙашҡан тауыштар ишетелә. Тыштан өшөп ингән ҡыҙҙар ни тураһындалыр үҙ-ара һөйләшә. Уларҙың береһе төн кеүек ҡара, икенсеһе ҡояш кеүек һары. Юҡҡа ғына үҙҙәрен яҡындары «һары һандуғас менән ҡара ҡарлуғас» тип йөрөтмәй бит. Был икәү – мин һәм һеңлем.
– Ләлә, ә һин өләсәйҙе иҫләйһеңме? – тип ҡапыл һораным.
Һеңлем башта аңламаны, шикелле, бер аҙ миңә ҡарап торҙо ла:
– Эйе, – тип кенә яуап бирҙе.
Һис тә шикләнмәйем, ул да минең кеүек уйҙарға бирелде.
...Ләлә беҙгә ҡунаҡҡа килгәйне. Өләсәйем эштән ҡайтмағайны әле, шуға ла өйгә инеп тормайынса уның янына киттек.
– Ләлә, йә инде, тиҙерәк атлайыҡ, өләсәйемә һинең килеүең бүләк булыр, барып шатландырайыҡ.
Һеңлем шәберәк атлай башланы, тик аяҡ аҫтындағы ҡар барыбер ҡамасаулай. Беҙҙең өйҙән ара йыраҡ булмаһа ла, көскә барып еттек. Өләсәйем ауыл советында эшләй ине.
Тәҙрәнән ҡарап торған икән, беҙҙе ишек төбөнән үк ҡаршыланы ла үҙенең бүлмәһенә алып керҙе. Ләләнән өйҙәге хәлдәрҙе һораша башланы, тик һеңлем менән минең күҙҙәр өҫтәл янындағы һандыҡта ине. Өләсәйем быны күреп, йылмайып ҡына ҡуйҙы ла серле ҡумта янына барып баҫты.
– Йә, килегеҙ бында, – тип саҡыр­ҙы ул.
Беҙ Ләлә менән шуны ғына көтөп ултырған кеүек, ултырғыстан һикереп төштөк тә өләсәйем янына килеп баҫтыҡ. Уның һандығында нәмә генә юҡ ине: төрлө ҡағыҙ­ҙар, китаптар һәм мөйөштә бер төйөнсөктә ирис кәнфиттәре. Шул тәмлекәстәр өсөн генә өләсәйемдең эшенә килергә ярата инек тә инде. Ул төйөнсөктө асты ла беҙгә өсәр кәнфит тоттор­ҙо.
– Хәҙер инде ҡайта тороғоҙ. Ә мин эштәремде бөтөрәм дә һеҙҙең артығыҙҙан ҡыуып етермен, – тип беҙҙе оҙатты.
Ошондай ҡыҫҡа ғына булһа ла, онотолмай торған ваҡыттарҙы мин һуңғы арала йыш иҫләйем. Янымда ятҡан Ләләнең ҡулына нығыраҡ тотондом да өләсәйем менән булған һуңғы, әммә иң ауыр хәтирәләрҙең береһенә әйләнеп ҡайттым.
...Ҡояш үҙенең нурҙары менән йәшел үләндәрҙә уйнай. Ләлә һеңлемдәр килеүгә ҡарамаҫтан, беҙҙең өйҙә тып-тыныс. Өләсәйем ятҡан дивандың осонда тубыҡтарымды ҡосаҡлап мин ултырам. Диван эргәһендә генә тәҙрә. Өләсәйем туп­һаһына һуғып-һу­ғып илай. Һис аңлай алмайым нимә булғанын, тик ниндәйҙер ҡурҡыныс тойғо баҫып алғайны мине.
Бер нисә көндән һуң өләсәйем мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо. Беҙҙең ҡапҡа алдына күп халыҡ йыйылған. Тирә-яҡта шым ғына һөйләшкән һәм илау тауыштары ишетелә...
Ул ваҡытта миңә ни бары 5 йәш кенә булһа ла, кисә генә һымаҡ күҙ алдыма баҫтырам. Өләсәйемдең йылы ҡулдары, йылмайыуы һәм матур, яҡты күҙҙәре онотолмаҫлыҡ булып иҫемдә ҡалды.

Зөлфиә ИҘРИСОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас