+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Ғаилә усағы
17 Декабря 2021, 06:40

Минең яҡты ҡояшым

Әкрен генә ябалаҡлап ҡар яуа. Көн шундай йәмле. Ҡар бөртөктәре уйнай-уйнай ергә һибелә. Улар ер өҫтөнә ҡупшы балаҫ булып йәйелә.

Минең яҡты ҡояшымМинең яҡты ҡояшым
Минең яҡты ҡояшым

Шулай көн артынан көн, йыл артынан йыл үтә. Таң ата ла кис була... Миңә 13 йәш тулды. Бик ҙур ҙа түгелмен, бәләкәй ҙә, әммә аңлап торам, күңелле ба­ла сағым яйлап уҙып бара. Ә мин үҙемде бик бәхетлеләрҙән һанайым. Әлеге көндә тормошом бөтә яҡлап та түңәрәк. Сөнки эргәмдә яҡты ҡояшым – әсәкәйем бар.
Әсәй! Ошо изге һүҙҙе әйтеү менән күңелдәр яҡтырып китә, тирә-яҡ нурға күмелә. Ул – донъялағы иң ғәзиз кеше. Беҙгә йәшәү бүләк итеүсе, ҡара төндә нур һибеүсе ҡояшыбыҙ, ауыр ваҡыттарҙа ҡайғы уртаҡлашыр серҙәшебеҙ. Бары тик әсәйҙәр генә ниндәй ауырлыҡтар килеп тыумаһын, мәңге яныбыҙҙа ҡаласаҡ, беҙҙең иң ышаныслы, тоғро кешебеҙ бит улар. Уңыштарыбыҙға ысын күңелдән шатланалар, балаҡайым бәхетле бул­һын тип, барыһын эшләргә әҙерҙәр.
Минең өсөн иң ҡәҙерле һәм яҡын кеше – Ләйсән Флүр ҡыҙы Ғилметдинова. Ул – беҙҙең өйҙөң йәме. Әсәйемдең йоҡоһоҙ үткәргән төндәрен уйлайым да тәндәрем өшөп китә, һәм мин уның ҡосағына инеп, уйға ҡалам. Эйе, йоҡоһоҙ төндәр... Мин ауырыу бала булып донъяға килгәнмен. Әсәйем мине аяҡҡа баҫтырыр өсөн бар көсөн һала.
Беренсе уҡытыусым да – әсәйем. Биш йәшемдә уҡырға, яҙыр­ға өйрәтте, ҙур сәхнәгә аяҡ баҫтырҙы. Йырға оҫталығым да әсәйемдән күскән. Ул ауыл клубында йырлаһа, мин район, республика сәхнәләрендә сығыш яһап, танылыу алдым. Былар­ҙың бөтәһе өсөн дә әсәйемә бурыслымын. Әгәр ҙә ул мине етәкләп йөрөтмәһә, хыялымды тормош­ҡа ашыра алмаҫ инем.
Әсәйем – бар яҡтан да килгән кеше. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, еренә еткереп баш­ҡара. Уның наҙлы йомшаҡ ҡулдары бер ҡа­сан да тик тормай. Шуға ла табындары һәр ваҡыт мул, ризыҡтарға бай. Уның бешергән тәмлекәстәре телеңде йоторлоҡ. Ҡә­ҙерлебеҙҙең яратҡан шөғөлө – гөлдәр, сәскәләр үҫтереү. Ҡышын өйҙәге гөлдәр күҙ яуын алып торһа, йәйен хуш еҫле сәскәләр беҙ­ҙең баҡсабыҙҙы биҙәй.
Әсәйемдең һөнәре лә изге. Ул Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлап, ҡулына диплом алғас, тыуған ауылы Иштирәккә балалар уҡытыр­ға ҡайта. Уҡыусыларын нисек ярат­һа, улар ҙа әсәйемде ихтирам итә. Әлеге ваҡытта декрет ялында, бәләкәс Ризуанды ҡарай. Әлбиттә, эше күп, шуға күрә һәр ваҡыт ярҙам итергә тырышам, ҡустымды ҡарашам.
Ул миңә әсәй генә түгел, ә беҙ – яҡын дуҫтар ҙа. Бер-беребеҙгә серҙәребеҙҙе һөй­ләй­беҙ. Әсәйем ауырып киткәндә, уға ҡыйын саҡтарҙа минең йөрәгем илай. Ошо ваҡытта янына килеп, үҙен ҡосаҡлап ултырам.
Һәр бала әсәһен яратырға тейеш, сөнки ул берәү генә. Унһыҙ мин үҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым. Шуға ла көндәлегемде тултырып, «бишле» билдәләре алып ҡайтырға тырышам. Һәр ваҡыт уның шат йөҙөн генә күрге килә. «Әсә йөрәге бала тип өҙөлөр», – тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит. Бер­ҙән-берҙәребеҙгә ауыр һүҙҙәр әйтеп, кире юлда йөрөп хафаға һалмайыҡ, рәнйетмәйек. Уларға ҡарата кешелекле, кеселекле булайыҡ. Ҡәҙерлеләребеҙҙең кә­ңәштәрен иғтибар менән тыңлайыҡ. Донъялағы иң яҡын кешеләребеҙҙең ҡәҙерен беләйек! Сөнки һәр бер кеше әсә наҙына, уның мөләйем ҡарашына, йөрәк йылыһына мохтаж.
Яңыраҡ Әсәйҙәр байрамы уҙҙы. Ниндәй бүләк яһарға, тип оҙаҡ уйлап торманым, ҡәҙерле кешемә арнап йыр әҙерләнем. Шул йырҙан да ҡәҙерле бүләк булмаҫ, тип уйланым.

Илнар ҒИЛМЕТДИНОВ,
VII синыф уҡыусыһы.
Илеш районы,
Үрге Йәркәйҙәге
1-се гимназия.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас