

Шаян, уңған, йор һүҙле әсәйемде тыуған төйәгемдә хөрмәт итәләр. Шуға ул – район советы депутаты ла, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы ла, атай-әсәйҙәр комитеты рәйесе лә.
Күп балалы әсә булараҡ, «Әсәлек даны» миҙалы менән дә бүләкләнде. Үҙе шундай әүҙем, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә, башҡорт телебеҙҙе үҫтереүгә арналған төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашырға өлгөрә. Әйткәндәй, ул 2020 йылда «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» бәйгеһендә «Ҡатын-ҡыҙ – әсә» номинацияһында еңеүсе булды. Сәйәсәт менән дә ҡыҙыҡһына. «Партия лидеры» семинарында ҡатнашып, уҡыуҙар үтте.
Әсәйем республикабыҙҙың дәүләт теленә ҙур хөрмәт менән ҡарай. Мәктәбебеҙҙә башҡорт телен уҡыйбыҙ, өйөбөҙҙә бергәләп тә уны ихлас өйрәнәбеҙ. Шуға ла ғаиләбеҙ менән «Етегән – 2021» башҡорт ғаиләһе бәйгеһендә район буйынса еңеүсе лә булдыҡ. Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабында ла үҙебеҙҙе һынап ҡараныҡ.
Әсәйем бер ваҡытта ла юғалып ҡалмай һәм беҙҙе лә ауырлыҡтарға бирешмәҫкә өйрәтә. Һәр беребеҙҙе эшһөйәр, әҙәпле, белемле һәм игелекле итеп тәрбиәләү өсөн бар көсөн һала. «Һеҙ – Башҡортостаныбыҙҙың өмөтлө киләсәге», – тип маҡтап ҡына үҫтерә. Ә беҙ уның ышанысын аҡларға тырышабыҙ.
Ғаиләбеҙ менән әкиәт илендә йәшәгән кеүек донъя көтәбеҙ. Унда барыбыҙ ҙа эшләйбеҙ, беребеҙ ҙә ситтә ҡалмай. Бәләкәйҙән эшкә өйрәнһәң, үҫкәс, еңел йәшәрһең, ти атайым менән әсәйем. Йортобоҙ балҡып тора. Баҡсабыҙҙа күп итеп йәшелсә-емеш үҫтерәбеҙ. Ҡыш буйы рәхәтләнеп һыйланабыҙ. Артып ҡалғандарын мохтаж кешеләргә таратабыҙ. Кешегә изгелек эшләһәң, кире үҙеңә ҡайтыр, тип ҡабатларға ярата әсәйем.
Бер саҡ Денис ағайым үҙе яҙған шиғырын уҡып ишеттергәйне. Мин ул ваҡытта дүрт юллығын бөтөнләй аңламағайным... Ә хәҙер төшөнә башланым инде. Тормошобоҙҙа берәй хата эшләһәк, тик әсәй генә беҙҙе аңлаясаҡ, кәңәшсебеҙ буласаҡ. Шуны әйтергә теләгән икән ағайым.
Иҫән-һау булып, оҙон-оҙаҡ ғүмер үтергә яҙһын һиңә, әсәкәйем!
Рада ИЛЬЯСОВА,
II «В» синыфы уҡыусыһы.
Саҡмағош районы,
Саҡмағоштағы 1-се мәктәп.