+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Ғаилә усағы
23 Февраль 2022, 11:10

Атайлы булыу - бәхет

Атайым, атаҡайым... Ниндәй көслө һүҙ! Ошо һүҙҙәрҙе көн дә әйтә алыу - оло бәхет ул. 

Атайлы булыу - бәхетАтайлы булыу - бәхет
Атайлы булыу - бәхет

Атайымдың исеме Юлдаш. Ул беҙҙең алтын бағана, ғаиләбеҙҙең тотҡаһы. Атайлы бала - арҡалы бала, тиҙәр. Минең дә ышаныслы терәгем, таянысым бар. Ул янымда булғанда ауырлыҡтар ҙа ҡурҡытмай. Атайлы булып үҫеүҙең оло бәхет икәнен яҡшы аңлайым һәм ҡәҙерле кешемә оҙон ғүмер, сәләмәтлек, имен тормош теләйем.

Фәриҙә БОХАРБАЕВА.

Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас