

Тик ҡыҙҙар араһында ғына тәрбиәләнгәс, атайым нескә күңелле, хәстәрлекле булып үҫә. Алты апайы уны ҡурсалап, һәр саҡ ярҙам итеп кенә тора. Мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамлаған атайымды 1988 йылда әрме сафына алалар. Ул Чехословакияла Хәрби-һауа көстәрендә хеҙмәт итә.
Әрменән ҡайтҡас, «Һәүәнәк» совхозына эшкә төшә. 1991 йылда Күгиҙел ауыл клубына мөдир итеп тәғәйенләнә. Бала саҡтан бейеүҙе үҙ иткән атайым 1990 – 2005 йылдарҙа Баймаҡ районының «Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейей. Улар бик күп конкурстарҙа, фестивалдәрҙә, халыҡ-ара концерттарҙа ҡатнаша. 1997 йылда Бельгияла үткән «Берҙәмлек», Ырымбур ҡалаһында (1996), Мәскәүҙә Кремль һарайында (1998) сығыш яһай, Ағиҙел йылғаһы буйлап «Берҙәмлек» фестивале круизында ҡатнашыу бәхете тейә. Күп һанлы Почёт грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.
Бала саҡтан бейеүҙе тормошоноң ҙур бер өлөшө итеп күргән атайымдың үҙ ансамбле бар. «Осҡон» халыҡ бейеүҙәре коллективы менән районда үткәрелгән һабантуйҙарҙа, күп кенә концерттарҙа ҡатнашып торалар. 1999 йылда әсәйебеҙ Альбина Камил ҡыҙын осратып, матур ғаилә ҡоралар. Әлеге мәлдә беҙҙе – өс ҡыҙҙы тәрбиәләйҙәр.
Бейеү һәләте атайыма олатайымдан күскән. Ул да элек бейергә әүәҫ булған, ҡурайҙа уйнаған. Мин үҙем дә бейергә бик ныҡ яратам. Шундай сәнғәткә ғашиҡ ғаиләлә үҫкәнемә бик шатмын.
Бәләкәйҙән беҙҙе иркәләп-һөйөп кенә тәрбиәләгән атайымды ҙур байрам – Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым. Уға ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер теләйем. Ышаныслы таянысыбыҙ, иң ҡәҙерле, иң кәрәк кешебеҙ һин, атай! Үҙеңде яратабыҙ!
Гөлмирә НАРЫНБАЕВА, VI синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Күгиҙел ауылы.