

Мин буш ваҡытымды атайым менән үткәрергә яратам. Балыҡ тотоу – иң яратҡан шөғөлөбөҙ. Беҙгә суртан, ажау, табан балыҡ, алабуға, һыла, шамбы кеүек балыҡтар эләккәне бар. Ҡышын беҙ тау саңғыһында шыуырға барабыҙ.
Атайым – бик шаян, күңелсәк кеше. Элегерәк ул Шаяндар һәм отҡорҙар клубында уйнаған. Уның хатта үҙенең «Беҙгә барыбер» тигән командаһы ла булған.
Мин ҡулымдан килгәнсе атайыма ярҙамлашырға тырышам. Бергәләп йорт йыһаздарын йыябыҙ, утын ярабыҙ, ҡар көрәйбеҙ, мунса яғабыҙ һәм шешлек бешерәбеҙ. Өс йәшлек һеңлемде ҡарашам. Алтынай менән бергәләп парктарҙа йөрөргә, балалар майҙансығында уйнарға яратабыҙ, уйын комплекстарында ял итәбеҙ.
Атайымды Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым. Уға оҙон ғүмер, һаулыҡ теләйем. Атай, беҙ бәхетлебеҙ һинең менән!
Арыҫлан ҠЫРЫМСУРИН, III «Е» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, 161-се лицей.