+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
7 Март 2022, 18:05

Һағынып ҡайтам

Әсәйҙәр – беҙгә таяныс-терәк. Улар беҙҙең турала ғүмер буйына, хатта беҙ ҙурайғас та, хәстәрлек күрә. Минең әсәйем дә балаларым, тип тырыша, беҙҙең өсөн өҙөлөп тора. Уның исеме – Зөлфиә Биктимер ҡыҙы.

Һағынып ҡайтам
Һағынып ҡайтам

Ул Белорет районы Манышты ауылында йәшәй. Атайым менән бергә дүрт балаға ғүмер биргәндәр. Апайым менән ағайым инде хәҙер үҙ аллы тормош көтә. Беҙ ҡустым менән икебеҙ ҙә Стәрлетамаҡта интернат-лицейҙа белем алабыҙ. Мин – VIII, ә ҡустым V синыфта уҡый.
Әсәйем – һөнәре буйынса тәрбиәсе. Күп йылдар балалар баҡсаһында эшләй. Ул үҙенең эшен һәм балаларҙы ярата. Кескәйҙәр ҙә уны үҙ әсәһеләй күрә, хөрмәт итә.
Ҡәҙерлем менән серҙәремде  бүлешәм. Ул миңә һәр ваҡыт төплө кәңәштәрен бирә.
Спортты үҙ итә. Йога менән шөғөлләнә. Саңғыла ла шыуа. Аш-һыу бешереүгә лә оҫта. Байрамдарға, каникулға ҡайтҡан һайын тәмле-тәмле ризыҡтар менән һыйлай.
Әсәйһеҙ – донъя йәмһеҙ! Гел беҙҙе ҡыуандырып, яҡты нурҙарың менән өйҙө йылытып, күңелдәргә илһам өҫтәп тора ул. Мин ауылға үҙен һағынып ҡайтам.


Нурзидә АБДРАХМАНОВА, VIII синыф уҡыусыһы.
Стәрлетамаҡтағы 2-се интернат-лицей.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: