+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
7 Март 2022, 15:30

Ғаиләбеҙ биҙәге һин, әсәй!

Беҙҙең әсәйебеҙҙең исеме – Флорида. Ул  ғаиләлә тәүге бала булып донъяға килгән. Өлкән бала булғанға күрә, әсәйем ике һеңлеһенә – терәк, таяныс булып үҫә.

Ғаиләбеҙ биҙәге һин, әсәй!
Ғаиләбеҙ биҙәге һин, әсәй!

Ул мәктәптә уҡыуға тырыш, ҡуйған маҡсатына ирешеүсән уҡыусы була. Баймаҡтағы 1-се  мәктәптә XI синыфҡа тиклем уҡый. Артабан Сибай медицина колледжында белем алғас, үҙенең тыуған районына эшкә ҡайта. Әмин ауылында фельдшер булып эш башлай. Шул йылдарҙа атайымды осратып, тормош ҡоралар һәм беҙгә биш балаға ғүмер бүләк итәләр. Әсәйем беҙгә көн дә дәрес әҙерләшә, һәр беребеҙгә ваҡыт таба, өлгөрә. Мәктәптән тәмле аштарын һағынып ҡайтабыҙ.

Әсәйебеҙҙең һайлаған һөнәре холҡона тап килә. Ул – алсаҡ, кешегә яҡты йөҙөн күрһәтә, йылы һүҙен йәлләмәй. Әле бәләкәсебеҙ менән өйҙә ултырһа ла, ниндәй генә йомош менән килһәләр ҙә, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Беҙгә лә:"Бер рәхмәт, мең бәләнән ҡотҡарыр", "Изгелек ерҙә ятып ҡалмай", – тип өйрәтә.

Унан өлгө алабыҙ, ул өйрәткәнсә, тырышып уҡыйбыҙ. Беҙ кеше араһында үҙебеҙҙе матур тоторға, маҡсат ҡуйып,  алға барырға кәрәклеген беләбеҙ. Сөнки ҡәҙерлебеҙ шулай өйрәтә. Беҙ уны яратабыҙ, ҡәҙерләйбеҙ.

Әсәй – беҙҙең өсөн ихлас, ҡояшлы, сикһеҙ нурлы бер донъя ул! Атайыбыҙ өсөн – иң һөйөклө, беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле кеше. Әсәй, һин – ғаиләбеҙ биҙәге лә! Өйҙә булмаһаң, донъя ҡараңғы, тормош йәмһеҙ булып ҡала! Әсәкәйебеҙ, мәңге йәшә!

Донъябыҙ йәмле

Әсәй булғанға.

Күңелле өйҙә

Әсәй булғанда.

 

Әсәй тауышы

Йырҙан моңлораҡ.

Әсәй ризығы

Күпкә тәмлерәк.

 

Әсәй өйрәтә

Нисек йәшәргә.

Иң кәрәк кеше

Минең ғүмерҙә.

 

Әсәй бер генә,

Бала, тип йәшәй.

Мәңге йәшә, һин,

Һөйөклө әсәй!

Фидәлиә һәм Ғаяз Уразгилдиндар. Баймаҡ районы, Муллаҡай мәктәбе.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: