

– Сөнки әсәйҙән дә матурыраҡ, яғымлыраҡ кеше юҡтыр. Баланың иң тәүге аҙымы ла, һүҙе лә "әсәй”"һүҙенән башлана. Минең әсәйемдең исеме – Зилә Латип ҡыҙы. Ул Миәкә районы Миәкәтамаҡ ауылында йәшәй. Беҙ – ғаиләлә дүрт бала. Апайым менән ағайым үҙ ғаиләләре менән донъя көтә. Беҙ ҡустым менән икебеҙ ҙә Стәрлетамаҡта интернат-лицейҙа белем алабыҙ. Мин – VIII, ә Камил ҡустым VI синыфта уҡый.
Әсәкәйемдең ҡулдары алтын. Бәйләү һәм сигеү эштәренә бик маһир. Уның күңел һалып бәйләгән кейемдәрен кейһәң, тәнгә – йылылыҡ, күңелгә тыныслыҡ биргәндәй тойола. Әсәйемдең аштарын, ҡамырҙан бешергән тәмлекәстәрен һағынып ҡайтабыҙ интернаттан.
Спорт – әсәйемдең иң яратҡан өлкәһе. Мәктәп йылдарынан алып ул – волейбол, еңел атлетика, саңғы, коньки менән яҡындан дуҫ тип әйтә алам. Ул оҙаҡ йылдар мәктәптә спорт буйынса тренер булып эшләне. Бөгөн дә мәктәптә, районда үткәрелгән төрлө ярыштарҙа ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Спортҡа һөйөү әсәйемдән күскәндер. Беҙ ҙә спортты бик яратабыҙ. Ҡустым менән ауыр атлетика менән шөғөлләнәбеҙ. Республика кимәлендә уҙғарылған ярыштарҙа ҡатнашып, алдынғылыҡты бирмәйбеҙ. Ял көндәрендә ҡайтҡан һайын әсәйем менән бергә саңғыла, конькиҙа шыуабыҙ. Беҙҙе бәләкәйҙән спортҡа ылыҡтырған өсөн әсәкәйем мең-мең рәхмәтлемен, – тип тамамлай мәҡәләһен ул.