+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
8 Март 2022, 14:05

Әсәйем бик матур йырлай

Минең  әсәйемдең исеме – Алина. Ул  – Арҡауыл ҡыҙы. Бөгөнгө көндә күрше Күҫәләр ауылына йөрөп, фельдшер  булып эшләй. Минең уйымса, әсәйем – иң кәрәкле, изге һөнәр эйәһе.

Әсәйем бик матур йырлай
Әсәйем бик матур йырлай

Шулай уҡ  ҡәҙерлем  –  бик уңған хужабикә, бөтә эшкә лә ҡулы оҫта. Уның бешергән ризыҡтары, аштары телеңде йоторлоҡ. Атайым менән беҙҙе, өс малайҙы, яҡшы итеп тәрбиәләргә тырышалар.  Ҡәҙерле кешем йырларға ла ярата. Миңә матур башҡорт йырҙарын һайлап, йырҙар өйрәтә, концерттарға әҙерләй.

Мин әсәйемә һоҡланам. Уны бик ныҡ яратам.

Иҙел Маликов, V cиныф уҡыусыһы.

Салауат районы, Арҡауыл мәктәбе.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: