+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
8 Март 2022, 11:05

Ул да спорт ярата

Гүзәл... Әсәйемдең исеме есеменә тура килеп тора. Ул өс балаға ғүмер бүләк иткән. Әлеге мәлдә почта бүлексәһендә гәзит таратыусы булып эшләй. Мин дә уға ярҙамлашам. Һәр килгән гәзит-журналдарҙы тиҙ генә уҡып та өлгөрәм. Бигерәк тә «Йәншишмә» оҡшай миңә. Гәзиттә үҙемдең мәҡәләм баҫылһа, шатлығым эсемә һыймай.

Ул да спорт ярата
Ул да спорт ярата

Әсәйемдең бешергән аш-һыуҙары ныҡ тәмле. Уның үҫтергән гөлдәре лә иҫ киткес матур, уларҙы мин үҙемдең әсәйемә оҡшатам. Йәй миҙгеле етһә, баҡсабыҙ ул үҫтергән сәскәләр менән тула. Улар араһында көндәр буйы йөрөргә әҙермен. Хуш еҫтәренә илһамланып ижад итергә яратам. Әсәйем, Әлимә апайым менән бергәләп төрлө тәмлекәстәр бешерәбеҙ. Аҙаҡ инде ғаиләбеҙ менән йыйылып, тәмләп сәй эсәбеҙ.
Уны бөтә туғандары ла, ауылдаштары ла ихтирам итә. Сөнки бик ихлас, йомарт кеше бит ул. Һәр саҡ барыһына ла ярҙам итергә әҙер генә тора. Беҙ бөтә ғаиләбеҙ менән сәләмәт тормош яҡлы. Барыбыҙ ҙа спорт менән дуҫбыҙ.
Әсәй – донъялағы иң бөйөк кеше, шуны оноторға ярамай.

Әлфинә МОСТАФИНА, йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: