+29 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
8 Март 2022, 13:10

Өйөбөҙҙөң йәме

Беҙҙең ғаилә Салауат районының йәмле Йүрүҙән буйында урынлаш­ҡан Ахун ауылында йәшәй. Мин Янғантау мәктәбенә йөрөп уҡыйым. Әсәйем Гөлназ Вәхит ҡыҙы Хәмзина Бөрйән районы Иҫке Собхан­ғол ауылында өс балалы ғаиләлә иң өлкәне булып тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Белорет ҡалаһындағы медицина колледжында белем ала. Әлеге көндә «Янғантау» шифаханаһының минерал һыу менән дауалау бүлегендә эшләй.

Өйөбөҙҙөң йәме
Өйөбөҙҙөң йәме

Ғаиләбеҙҙә дүрт бала: миңә – ун бер, игеҙәктәр Әмилә менән Әмиргә – өс йәш, бәләкәсебеҙ Әминәгә ете ай тулды. Дәрестән ҡайтыуыма әсәйем йылмайып ҡаршы ала, иркәләп арҡамдан һөйә, мәктәп хәлдәре, уңыштарым менән ҡыҙыҡһына. Шул саҡтарҙа донъям яҡтырып, күңелемә рәхәт булып китә. Өй эштәрен бергәләп башҡарабыҙ. Иҙәнде лә, һауыт-һабаны ла йыуырға ярҙам итәм. Икәүләшеп аш-һыу әҙерләйбеҙ. Бик тәмле бәлеш, торт бешергәнен түҙем­һеҙләнеп көтөп торабыҙ.
Йәй көнө баҡсала емеш-еләк, йәшелсә үҫтерәбеҙ. Матур-матур сәскәләр күҙ яуын алып, бар тирә-яҡты биҙәй. Тиҙ генә өй эштәрен бөтөрәбеҙ ҙә бергәләп ял итәбеҙ: гәзит-журнал, әҙәби китаптар уҡыйбыҙ, төрлө хәлдәр тураһында һөйләшәбеҙ. Бигерәк тә сәйәхәт итергә яратабыҙ, райондың бөтә тәбиғи ҡомартҡылары менән танышып сыҡтыҡ. Башҡортостаныбыҙҙың һәм Рәсәйҙең төрлө иҫтәлекле урындарын да күреп ҡайттыҡ.
Әсәйем өйөбөҙҙөң йәме ул. Сәләмәт, оҙон ғүмерле, бәхетле булһын инде үҙе. Мин уны гел ҡыуандырып ҡына торормон. Ер йөҙөндә бөтә балалар ҙа әсәйле, донъялар имен булһын, һуғыш уты сыҡмаһын, тип теләйем.

Эльмир ХӘМЗИН,
V «Б» синыфы уҡыусыһы.
Салауат районы,
Янғантау мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: