+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
10 Март 2022, 13:35

Әсәйемде яратам!

Мин ҙур ғаиләлә үҫәм: атайым, әсәйем, олатайым, өләсәйем һәм өс малайбыҙ.

Әсәйемде яратам!
Әсәйемде яратам!

Әсәйемдең исеме – Гөлназ. Ул – бик уңған, өлгөр. Ғаиләлә бөтәбеҙгә лә ваҡыт таба. Тәмле аштар бешерә, беҙгә матур-матур кейем тегә, уйынсыҡ эшләргә өйрәтә.

Төп эше – фермала, быҙауҙар ҡарай. Үҙе бигерәк мал йәнле бит ул. Безәүкәйҙәрен дә ярата. Буш ваҡытым булһа, мин дә ярҙам итергә уның эшенә барам. Миңә лә оҡшай фермала булыу. Әсәйемә һаулыҡ теләйем, гел шулай ҡояш кеүек йылмайып торһон. Беҙ һине яратабыҙ!

Радмир КИНЙӘҒОЛОВ, III синыф уҡыусыһы.

Көйөргәҙе районы, Яҡшембәт мәктәбе.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: