+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
12 Март 2022, 12:15

Өс бала - өс таған

1 март – Башҡорт ғаиләһе көнө алдынан «Өлгөлө баш­ҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсының финалы уҙҙы. Ул Стәрлетамаҡ ҡалаһында башланып киткән «Етегән» башҡорт байрамы сиктәрендә ойошторола. Финалда ҡатнашыусылар «Ғаилә ҡиммәттәре», «Ғаилә кәсебе», «Ғаилә ижады» номинацияларында, шулай уҡ «Бейеүсе ғаилә», «Моңло ғаилә», «Һәләтле ғаилә», «Мираҫлы ғаилә», «Егәрле ғаилә», «Маһир ғаилә», «Татыу ғаилә» кеүек номинацияларҙа билдәләнде. Бөтә лауреаттарға ла Баш­ҡортостан Мәҙәниәт министрлығының дипломдары һәм ҡиммәтле бүләктәре тапшырылды.

Өс бала - өс таған
Өс бала - өс таған

Беҙ Салауат ҡалаһынан «Ғаилә ҡиммәттәре» номинацияһында II урынға лайыҡ булыусы Ғәйнуллиндар менән яҡындан танышырға бул­дыҡ. Рәмзиә Тимерғәле ҡыҙы һәм Рафаэль Фердинант улы 16 йыл инде Салауат башҡорт драма театрында эшләй. Өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Улдары Тимерхан 25-се баш­ҡорт гимназияһының VIII синыфында уҡый. Ҡалала ошо уҡыу йылында ғына асылған Эмиль Һөйәрғолов етәкселегендәге «Самрау» халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнә. Быға тиклем дзюдо секцияһына ла йөрөгән.
Ата-әсәһе актёр булғас, Тимерханға ла бәләкәйҙән сәх­нә артында йыш булырға тура килә. Һуңыраҡ үҙе лә тамашаларҙа ҡатнаша башлай. Туфан Миңнуллиндың – «Шу­лай булды шул», «Әлдермештән Әлмәндәр», Мостай Кәримдең «Ерҙәштәр» спектаклдәрендә малай ролен башҡара.
Тимерхандың Хәҙисә һәм Хазина исемле ике һеңлеһе бар.
– Улыбыҙ бәләкәй сағынан туғандарын ҡарашты. Хәҙисәне балалар баҡсаһынан да барып ала ине. Гастролгә кит­һәк, ауылдан өләсәһе килә лә үҙҙәре генә донъя көтәләр. Спектакль ҡуйған көндәрҙә лә һеңлеһе менән өйҙә ҡалған саҡтарында үҙ аллы ултыра торғайнылар. Хәҙер Хәҙисә лә ҙур инде, башҡорт гим­назияһында IV синыфта бе­лем ала. Беҙ эштә саҡта биш йәшлек Хазина һеңлеләрен бергәләп ҡарайҙар. Хәйер, Хәҙисә лә спектаклдәрҙә ҡатнаша башланы, ҡыҙ бала ролендә. Бәләкәй Хазина ла, мин ҡасан ҙураям да театрҙа уйнай башлайым инде, тип йөрөй, – ти Рәмзиә Тимерғәле ҡыҙы.
– Балаларығыҙға ҡайһылай матур боронғо исемдәрҙе ҡуш­ҡанһығыҙ, – тип тә ҡы­ҙыҡһынабыҙ.
– Улыбыҙ аяғында ныҡ баҫып торһон, рухлы булһын тип, Тимерхан исемен ҡуштыҡ. Хәҙисәгә килгәндә, икебеҙҙең дә өләсәйҙәребеҙҙең әсәләренең исеме Хәҙисә булып сыҡты. Тағы ауылыбыҙҙа шул исемле инәй бар, бик бәхетле ҡатын-ҡыҙ ул.
Хәҙисә спорт ярата икән. 4 йәштән акробатика менән шөғөлләнә. Хәҙер II өлкәндәр разрядына эйә икән. Ҡала, төбәк ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар ала. Тимерхан ағаһы кеүек «Самрау» бейеү ансамбленә лә йөрөй. Тасуири һөйләргә оҫта ҡыҙ ҡала, республика кон­курс­тарында һынатмай. Юрий Гагарин исемендәге кубокка үткән физкультура, һүрәт төшөрөү буйынса олимпиадала ҡалала I урын яулаған. Кескәй Хазина иһә йырларға әүәҫ, балалар баҡсаһында үткән бәйгеләрҙә ҡатнаша.
Ғәйнуллиндар өйҙә туған телдә генә һөйләшә. Балаларын рухлы итеп тәрбиәләргә тырыша атай менән әсәй. Табындарын да гел милли аштар биҙәй: бишбармаҡ, һалма, ҡорот... Ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, милли йолаларыбыҙҙы төплөрәк белһендәр тип, Йылайыр һәм Күгәрсен райондарындағы тыуған ауылдарына ла йыш ҡайталар, унда балалар менән бергә һабантуй, «Ҡарға бутҡаһы» кеүек сараларҙа, мосолман байрамдарында ҡатнашалар, ауыл эштәрендә ярҙам итәләр.
Тимерхан, әлбиттә, малай кеше булараҡ, атаһынан өлгө ала, ирҙәр эшенә өйрәнә. Сәхнәгә һөйөүе, гитараға битараф булмауы ла унан киләлер.
Ҡыҙҙар иһә күберәк әсәләре янында. Хәҙисә мәрйендән биҙәүестәр эшләргә, сигергә өйрәнгән.
– Ҡамыр ризыҡтары әҙерләгәндә Хазина ла бик ихлас ярҙам итә. Бәлеш өҫтөнә сәскә эшләй ҙә бешеп сыҡҡас, минең сәскәм, тип, эй, ҡыуана, – ти әсәйҙәре. – Балаларға үҙебеҙ бәләкәй саҡта уйнаған уйындарҙы өйрәтәбеҙ, башҡорт халыҡ әкиәттәрен һөйләйбеҙ, үҙебеҙ белгән сүрәләрҙе лә белһендәр, тибеҙ. Бала ваҡытта өйрәнгән бит ғүмер буйы онотолмай.
Әйткәндәй, Рәмзиә Тимер­ғәле ҡыҙы Салауат башҡорт драма театрында ҡала балалары өсөн «Әкиәт иленә сәйәхәт» тигән бик матур проект­ты тормошҡа ашыра башлаған. Шәмбе һайын кескәй­ҙәрҙе йыйып, актёрҙар уларға башҡорт халыҡ әкиәттәрен уҡып ишеттерә. Йырлайҙар ҙа, боронғо башҡорт уйындарын да уйнайҙар. Милли кейем, музыка ҡоралдары менән дә танышалар. Рәсәйҙә Халыҡ сәнғәте һәм матди булмаған мәҙәни мираҫ йылында бик һәйбәт проект башлап ебәргәндәр.
Ғәйнуллиндар «Өлгөлө баш­ҡорт ғаиләһе» конкурсында күптәрҙе һоҡландырҙы.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: