+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
13 Март 2022, 14:45

Улдары - байлыҡтары

Ҡотлоюл ауылында йәшәүсе Гөлфиә менән Азамат Аҡһаровтарҙың матур ғаиләһенә һоҡланырлыҡ! Улар бер-береһенә терәк-таяныс булып, 17 йыл бергә татыу ғүмер итә. Тырыш ата-әсәһенән өлгө алып, балалары ла ярҙамсыл, уңған булып үҫеп килә. Ир бала – йортҡа терәк, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙер. Өс улы – Аҡһаровтарҙың өмөтлө киләсәге.

Улдары - байлыҡтары
Улдары - байлыҡтары

Йорт-ҡура, мал-тыуар тирәһендә нимә ҡушһаҡ та, юҡ, тип әйтмәйҙәр. Ҡамыр аштарын да уларһыҙ эшләмәйем. Картуфын да әрсейҙәр, иҙәнен дә йыуып ҡуялар. Бер ҙә, ҡыҙҙар эше, тип тормайҙар. Ә йәйгеһен баҡса эштәрендә ихлас ярҙам итәләр, – тип ҡыуана әсәйҙәре Гөлфиә.
Иң ҙурҙары Рөстәм Яҡшембәт мәктәбендә унынсы синыфта белем алһа, уртансылары Айрат етенселә уҡый. Ҡышҡыһын уларҙың иң яратҡан шөғөлө – саңғыла йөрөү. Беренселә генә белем үрҙәренә артылған Айсар ҙа ағай­ҙарына эйәрә. Әсәйҙәре әйтеүенсә, бәләкәстәре бейеүгә йөрөй, шиғырҙы оҫта һөйләүе менән таң ҡалдыра. Үҙе кескәй генә булһа ла, ғәйәт ҙур пландар ҡороп йәшәй. Ул өс йәшенән фермер булам, тип дәртләнеп йөрөй икән. Баҡсамда төрлө йәшелсә сәсеп, мул уңыш аласаҡмын, тип киләсәген дә күҙаллап ҡуйған.
– Тормош иптәшем эшендә лә бик абруйлы, үҙен бик яраталар, хөрмәт итәләр. Өйҙә лә алтын ҡуллы ул. Бөтә эш рәтен белә. Беҙ икебеҙ Көйөргәҙе районының ветеринария станция­һында эшләйбеҙ. Ә үҙем гөлдәр үҫтерергә яратам, яҡындарымды оҡшаған тәмле аш-һыу ризыҡтары менән һыйлайым. Бигерәк тә манты, билмән, ҡоймаҡ яраталар, – ти мөләйем хужабикә.
Аҡһаровтарҙың уңған ғаиләһе кәртә тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт та аҫрай. Үҙҙәренән артҡан һөт ризығы, итте һатып, бер аҙ табыш та алалар.
Байрамдарҙы ла матур итеп үткәрә беләләр. Балаларҙың тыуған көндәрен үҙҙәре теләгәнсә ойошторорға тырышалар. Ҡунаҡҡа ике өләсәй, ике олатайҙары килеп ҡотлай. Йә булмаһа Күмертау ҡалаһына барып, матур итеп йөрөп ҡайталар. Бәләкәйерәк саҡта ике ҙур улы 23 февраль, 8 Март байрамдарына, Әсәйҙәр көнөнә ниндәй­ҙер әйбер эшләп бүләк итһә, әле олатай-өләсәйҙәре биргән аҡсаға бүләк ала башлағандар.
Йәй көндәрен бигерәк тә көтөп ала Аҡһаровтар. Шулай булмай ни, Баш­ҡортостандың йәмле урындары буйлап сәйәхәт итеүҙе матур йолаға әй­ләндергәндәр. Ҡайҙа ғына булмағандар! Яҡтыкүл, Талҡаҫ, Мораҙым, Шүлгәнташ мәмерйәһен дә барып күргәндәр. Ике тапҡыр балалары менән диңгеҙ буйҙарында ял итеп тә ҡайт­ҡандар.
Шулай татыу, тырышып донъя көткән, улдарына лайыҡлы тәрбиә бирергә тырышҡан Аҡһаровтар ғаиләһенә һау-сәләмәт булып, киләсәктә лә бергә-бергә ҡыуанып йәшәргә яҙһын.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Көйөргәҙе районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: