+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
17 Март 2022, 11:15

Әсәйем - иң-иңе!

Әсәй... Үҙ эсенә күпме мәғәнә һыйҙыра, күпме йылылыҡ бөркә ошо бәләкәй генә һүҙ!

Әсәйем - иң-иңе!
Әсәйем - иң-иңе!

 Унһыҙ донъяны күҙ алдына килтереп тә булмай. Баланы иртән иркәләп уятҡан ҡулдар ҙа, бала илағанда уны тынысландырған һүҙҙәр ҙә әсәнеке. Иң йомшаҡ ҡулдар, яғымлы ҡараштар, һиҙгер йөрәк уларҙа ғына була.
Минең әсәйем дә – иң-иңе, исеме лә матур – Резида. Бик уңған хужабикә. Мине, һеңлемде тәмле-тәмле ризыҡтары менән һыйлай. Уға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем. Һиңә бөтәһе өсөн дә рәхмәт, әсәй!

Илсур НУҒАЕВ,
V синыф уҡыусыһы.

Фото: https://yandex.ru/images/searc

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: