+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
20 Апрель 2022, 10:35

Мин уҡытыусылар нәҫеленәнмен

Ер йөҙөндә табиптар, шахтёрҙар, нефтселәр, төҙөүселәр нәҫеленән булғандар күп. Ә мин уҡытыусылар династияһынанмын. Бының менән ғорурланам. Әлбиттә, ул иңгә ҙур яуаплылыҡ та өҫтәй. Педагог һөнәре кешенең ныҡлы белемле булыуын ғына талап итмәй, был эштә рух көсө, сыҙамлылыҡ та кәрәк.

Атай-әсәйем, мин һәм Айгөл һеңлем.
Атай-әсәйем, мин һәм Айгөл һеңлем.

Беҙҙең династияның тәүге уҡытыу­сыһы – олатайымдың атаһы Әхтәм Низаметдин улы Низамов. Ул үҙенең уҡытыу эшмәкәрлеген 1932 йылда Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында башлаған. Унда мәктәп булмағас, балаларҙы бер өйгә йыйып, уҡырға һәм яҙырға өйрәткән. Ғәҙел һәм тура һүҙле уҡытыусыны уҡыусылары бик хөрмәт иткән, аҡыллы кәңәштәренә ҡолаҡ һал­ған. Һуҡырайыуына ҡарамаҫтан, мәғрифәтселек эшен ташламаған, тора-бара күрәҙәселек һәләте лә асыл­ған. Улар өләсәйем менән 3 бала тәрбиәләп үҫтергән, икәүһе атаһының юлын дауам иткән.
Өлкәне Тимербай, минең бабайым, хеҙмәт юлын уҡытыусы булып тыуған ауылында бик йәшләй башлаған. Тыуыу тураһында таныҡлығы булмауҙан файҙаланып, ике йылға йәшен ҙурайтып, 1942 йылдың мартында һуғышҡа алына. Танкыға ҡаршы артиллерияла разведчик-артиллерист булып хеҙмәт итеп, Житомир, Шепетовка, Тернополь, Львов ҡалаларын азат итеп, Берлинға ингәнгә тиклем ауыр һуғыш юлдарын үтә. I Украина фронты сос­тавында Чехословакияла ла була. Күр­һәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, ике тапҡыр «Батырлыҡ өсөн», «Берлинды алған өсөн», «Фашизмды еңгән өсөн», «Праганы азат иткән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә. Баш командующий тарафынан 21 рәхмәткә лайыҡ була. Еңеү көнө уңайынан бирелгән юбилей миҙалдарының иҫәбе-хисабы юҡ. Тимербай бабайым тыныс хеҙмәттә 35 йыл ғүмерен мәғарифҡа бағышлай. Бихисап Маҡтау грамоталарына, «Иң яҡшы физкультура уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.
Тимербай Әхтәм улы һуғыштан һуң Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы һылыуы Шәмсебаныуға өйләнә. Улар алты балаға ғүмер бүләк итә. Наил улдары атаһы юлынан китеп, Башҡорт дәүләт университетының география факультетын тамамлап, һөнәре буйынса эшләне.
Олатайым Ниғмәтбай Әхтәм улы Низамов – башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. Хаҡлы ялға сыҡҡансы тыуған ауылы мәктәбендә белем бирә. Уның 17 уҡыусыһы уҡытыусы һөнәрен һайлаған.
Улар Ғәшүрә өләсәйем менән биш бала тәрбиәләп үҫтереп, барыһына ла юғары белем биргән. Шуларҙың иң өлкәне, минең атайым Хәлил Ниғмәтбай улы, 25 йыл буйына география фәненән уҡыта. Әлеге ваҡытта мәктәп директоры вазифаһын да башҡара. Әсәйем – Гөлназ Ишмырҙа ҡыҙы ла уҡытыусы. Химия, география дәрестәренән белем бирә. Ул – «Иң яҡшы уҡытыусылар» Рәсәй конкурсы еңеүсеһе, тырыш хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының, Башҡортостан Республикаһының Почёт грамоталары менән бүләкләнгән.
Беҙ ғаиләлә 3 бала үҫтек. Айгөл һеңлем табип һөнәрен һайланы, Алмаз ҡустым – финанс университеты студенты. Мин иһә, мәктәпте алтын ми­ҙал­ға тамамлап, хоҡуҡ институтында юрист һөнәрен үҙләштерҙем. Юрист белгесе булып эшләйем. Хоҡуҡ инс­титутында студенттарға белем дә бирәм. Нәҫелебеҙҙең йылдар дауамында һуҙылып килгән уҡытыусылар сылбырын өҙмәйенсә алып барыу тап беҙҙән тора бит. Шуға ла үҙемдең киләсәгемде уҡытыусылыҡ эше менән бәйләнем.
Уҡытыусы, минеңсә, иң мәрхәмәтле һөнәр. Бар ғүмерҙәрен балаларға белем-тәрбиә биреүгә бағышлаған яҡын кешеләребеҙҙең тормош юлы беҙҙә ҙур ғорурлыҡ һәм ҡыҙыҡһыныу уята, уҡытыу эше барыбыҙҙы ла үҙенә тарта.
Мин дә уҡытыусы тигән бөйөк исемде йөрөтә алыуым менән сикһеҙ ғорурланам. Әгәр ҙә уҡыусыларым киләсәктә үҙ урындарын табып, бәхетле тормош ҡорһалар, мин дә бәхетле буласаҡмын.

Гүзәл НИЗАМОВА.
Әлшәй районы,
Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы.

Мин уҡытыусылар нәҫеленәнмен
Мин уҡытыусылар нәҫеленәнмен
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: