+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
20 Апрель 2022, 15:55

Тәмле аштары менән һыйлай

Әсәйемдең исеме – Анастасия. Ул мәктәп ашханаһында ашнаҡсы булып эшләй. Беҙҙе унда тәмле аштары, бәлештәре, ҡоймаҡтары менән һыйлай.

Һәр көн иртә тора. Беҙгә ашарға бутҡа бешерә һала ла эшенә йүгерә. Мәктәпкә балалар, уҡытыусылар килеүгә уның аштары, сәйе әҙер була.
Әсәйем эшен бик тырышып, яратып башҡара. Ул көн дә яңы рецептар өйрәнә, оҡшағандарын дәфтәренә яҙып ҡуя. Ни тиһәң дә, ашты төрләндереп тора белергә лә кәрәк бит. Шуғалыр ҙа әсәйемдең бар ризығы ла тәмле, телеңде йоторлоҡ була.
Үҙен ныҡ яратам. Ул өйҙә саҡта беҙгә рәхәт, күңелле.

Аркадий БИКБУЛАТОВ, III «Б» синыфы уҡыусыһы.
Туймазы районы, Серафимовка мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: