+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
21 Апрель 2022, 09:35

Өйөбөҙ биҙәге

Беҙҙең әсәйебеҙҙең исеме – Флорида. Баймаҡ ҡалаһында 1983 йылдың йәмле йәй көнөндә ғаиләлә тәүге бала булып донъя­ға килгән.

Ул ике һеңлеһенә терәк-таяныс булып үҫә. Һәр саҡ тырыш, ҡуй­ған маҡсатына ирешеүсән уҡыусы булып, Баймаҡ ҡалаһының 1-се башҡорт милли мәктәбендә XI синыфты тамамлай. Артабан Сибай медицина колледжында белем алып, үҙенең тыуған Баймаҡ районына ҡайта. Әмин ауылында фельдшер булып эш башлай. Шул йылдарҙа атайыбыҙҙы осратып, тормош ҡоралар, беҙгә, биш балаға, ғүмер бүләк итәләр. Әсәйебеҙ өлгөр, уңған. Беҙгә гел дәрес әҙерләшә. Мәктәптән уның тәмле аштарын һағынып ҡайтабыҙ.
Әсәйебеҙҙең һайлаған һөнәре холҡона тап килә. Ул алсаҡ, кешегә яҡты йөҙөн, йылы һүҙен йәлләмәй. Әле бәләкәсебеҙ менән өйҙә ултырһа ла, янына ниндәй генә йомош менән килһәләр, һәр саҡ яр­ҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Беҙҙе лә шулай булырға өйрәтә: «Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡарыр», «Изгелек ерҙә ятып ҡалмай», – ти.
Әсәйебеҙҙән өлгө алабыҙ, яратабыҙ, ҡәҙерләйбеҙ, ул өйрәткәнсә, тырышып уҡыйбыҙ. Беҙ кеше ара­һында үҙебеҙҙе матур тоторға, маҡсат ҡуйып, алға ҡарай барырға кәрәклеген беләбеҙ.
Әсәйебеҙ – ғаиләбеҙ биҙәге, тотҡаһы. Өйҙә булмаһа, донъя ҡараңғы, тормош йәмһеҙ кеүек. Унһыҙ донъяны күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Әсәй, мәңге йәшә!

Донъябыҙ йәмле
Әсәй булғанға.
Күңелле өйҙә
Әсәй булғанда.

Әсәй тауышы
Йырҙан моңлораҡ.
Уның ризығы
Күпкә тәмлерәк.

Әсәй өйрәтә
Нисек йәшәргә.
Иң кәрәк кеше
Минең ғүмерҙә.

Әсәй бер генә,
Бала, тип йәшәй.
Мәңге йәшә, һин,
Һөйөклө әсәй!

Фидәлиә һәм Ғаяз УРАЗГИЛДИНДАР.
Баймаҡ районы, Муллаҡай мәктәбе. 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: