+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
3 Май 2022, 16:35

"Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләнде

Әсәйем Мәҙинә Ғилфан ҡыҙы – күп балалы татыу ғаиләлә иң өлкәне, ата-әсәһенә бәләкәй туғандарын тәрбиәләүҙә һәм үҫтереүҙә төп ярҙамсы була.

"Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләнде
"Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләнде

Брәтәк һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, урта белем алыу өсөн Ишембай ҡалаһындағы интернат-мәктәпкә уҡырға бара. Унан ҡайтҡас, ауылдың балалар баҡсаһына тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшкә тотона. 1992 йылда Байназар ауылына килен булып төшә. Атайым менән 4 ма­лай һәм 1 ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр. 2009 йылда Мортаза Рәхимов ҡулынан «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде.
Беҙҙе, балаларын, бер ҡасан да бирешмәй, алға, тик алға барырға өндәй. Ҡыҙ бала булараҡ, мине бәләкәй саҡтан уҡ бешеренергә лә, тегенергә лә өйрәтте. Беҙгә һәр саҡ ярҙам итеп, барыбыҙға ла файҙалы кәңәш биреп, фекеребеҙҙе лә тыңлап, гел өлгөлө булырға тырыша әсәйем. Бишебеҙҙе лә «кескәйем, тәнәйем, бәпесем» тип йөрөтә.
Мин уның әлегеләй иң яҡшы әсәй, апай, инәй, ә киләсәктә иң бәхетле өләсәй булыуын теләйем. Беҙҙе яратып, наҙлап үҫтергәне өсөн үҙенә мең рәхмәтлебеҙ.

Ҡәҙриә САЛАУАТОВА, VIII синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: