+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
20 Май 2022, 16:35

Өләсәйем пионервожатый булған

Алдымда иҫтәлекле фотолар ята. Улар­ға ҡарап, өләсәйем Зәйнәп Баҡый ҡыҙы Моратованы иҫкә алабыҙ. Утыҙ йылдан ашыу Ҡолсора мәктәбендә пионервожатый булып эшләгән икән.

Өләсәйем пионервожатый булған
Өләсәйем пионервожатый булған

Мин өләсәйемде күреп өлгөрмәһәм дә, уның яҡшы кеше бул­ғанын беләм. Үҙен маҡтап: «Һәйбәт пионервожатый булды. Шундай дәртле, һоҡланғыс, оҫта ойоштороусы ине», – тип хәтерләйҙәр.
Мәктәптә эшләгән күп уҡытыусыларҙың уҡытыу­сыһы булған Зәйнәп өләсәйем. Мин уның менән ғорурланам.
19 май – Пионерия көнө. Был байрамды өләсәйем көтөп алған.

Диана БУРҺЫҠБАЕВА, II синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Ҡолсора мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: