+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
21 Май 2022, 13:40

Һәләүек буйҙары йәмле

Ишембай районының Үрге Этҡол ауылында бер матур ғаилә йәшәй. Улар күптәргә өлгө булып тора. Уңған хужабикә Гөлшат Тимерйән ҡыҙы Батыршина һәм тырыш Радим Рәдис улы Йәрмөхәмәтов ҡорған ғаилә хаҡында һүҙем.

Һәләүек буйҙары йәмле
Һәләүек буйҙары йәмле

Был күркәм ғаиләлә 3 бала тәрбиәләнә. Иң олоһо – Роза ҡыҙҙары IX синыфты тамамлап, Өфөләге сауҙа-иҡтисад кол­леджында уҡый. Уртансылары Рамаҙан – VI синыфта, ә бәләкәйҙәре Әғзәм III cиныфта тырышып белем алып йөрөй.
– Балаларымдың үҙ аталары 6 йыл элек мәрхүм булып ҡал­ғас, үҙемдең тыуған ауылыма, атайым йортона ҡайтып донъя көтә башланым. Икенсегә кейәүгә сыҡтым. Аллаға шөкөр, тормош иптәшем балаларыма үҙ атайҙары һымаҡ, уларға матур тәрбиә бирергә тырыша. Бик уңған, егәрле үҙе, – ти йорт хужабикәһе Гөлшат ханым.
Балалары өсөн дә ҡыуанып бөтә алмай ул. Эш яратып үҫәләр, ярҙамсылдар. Рамаҙан менән Әғзәм шахмат, шашка, лего-конструктор менән мауыға. Уҡыуҙа ла яҡшы өлгәшәләр. Үҙҙәре төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары алған.
Был ғаиләнең уңғанлығы, берҙәмлеге һоҡландыра. Улар йыл һайын ҡар иреп бөтөү менән үҙҙәренең йорт эргәһенән генә ағып ятҡан Һәләүек йылғаһы буйҙарын сүп-сар­ҙан таҙартып ҡуя. Уларға бер кем ҡушмай. Ғаилә үҙ телә­ге менән ихлас, күмәклә­шеп өмәгә сыға. Аҙаҡ инде «ГАЗель» машиналары менән йыйылған сүп-сарҙы ҡыйлыҡҡа алып барып түгәләр. Был хаҡта Гөлшат Тимерйән ҡыҙы: «Ауылдаштар, күрше-тирә беҙ йыйыштырғандан һуң сүп-сар ташламаҫ, тигән өмөттә ҡалам. Үҙем дә бәләкәй саҡта ошо йылға буйында уйнап, йөҙөп үҫтем. Хәҙер балаларым шунда һыу инә. Йыл­ға буйы таҙа булһа, барыбыҙ өсөн дә һәйбәт бит», – ти.
Ҡалай маладистар! Был ғаиләне маҡтағандан-маҡтағы килә. Балаларын эшкә өйрәтеп, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләй беләләр. Барыбыҙ ҙа шулай эшләһәк, бар-тирә яғыбыҙ тағы ла матурыраҡ һәм йәмлерәк булыр ине. Әйҙәгеҙ, ошо күркәм ғаиләнән өлгө алайыҡ.

З. ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА.

Һәләүек буйҙары йәмле
Һәләүек буйҙары йәмле
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: