+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
22 Май 2022, 15:35

Ярай әле эргәмдә атайым бар

Ир-егеткә ил терәге, ғаилә таянысы булыу кеүек оло, яуаплы бурыс йөкмәтелгән. Минең атайым Свердлов өлкәһенең Түбәнге Тагил ҡалаһында ракетчик булып хеҙмәт иткән.

Ярай әле эргәмдә атайым бар
Ярай әле эргәмдә атайым бар

Ул – миңә үрнәк тә, терәк тә. Үҙе йыш ҡына: «Ысын ир-егет кенә хәрби бурысын үтәй. Сөнки әрмелә тәүге ҙур һынау­ҙы үтеп, сынығып ҡай­та­һың. Спорт менән шө­ғөлләнһәң, хеҙмәт итеүе ҡыйын түгел», – тип ҡабатлай. Ил сиге һаҡсыһы булып хеҙмәт иткән олатайым да ошо темаға һөйләшергә ярата. Икәүләшеп әрмелә саҡтарындағы төрлө хәл-ваҡиғаларҙы, ундағы тәртипте, ҡағиҙәләрҙе иҫләп, һөйләй башлаһалар, бар донъямды онотоп тыңлайым, киләсәктә үҙемә кәрәк буласаҡ күп нәмәләрҙе иҫемдә ҡалдыра барам. Хәрбиҙәрҙең ерҙе, күкте, диңгеҙҙе һаҡлаусылары була икәнен дә уларҙан белдем әле. Атайым, олатайым һөйләгәндәренән, әрме кешене тәрбиәләй, көслө, сыҙамлы итә икәнен аңланым. Хәрби хеҙмәткә ҡарата миндә ҡыҙыҡһыныу һәм көслө рух тойғолары уятыуҙарына рәхмәтлемен.
Атайым әрмелә булған саҡта ҡурайҙа уйнап, бөтәһен дә хайран иткән. Уны нәҙек кенә еҙ торбанан яһап ала ла «Түңәрәк күл» көйөн һуҙып ебәрә. Оҡшаталар, тағы ла уйнауын һорайҙар. Ике йыл буйы бергә хеҙмәт иткән иптәштәре тоғро дуҫтарына әйләнә...
Ул беҙҙе үҙ артынан эйәртә белә һәм тормошта кәрәкле бөтә эшкә лә өйрәтергә тырыша. Атайым ғаиләлә 11-се бала булһа ла, бик иртә атайһыҙ ҡалыу сәбәпле, хеҙмәткә бәләкәйҙән өйрәнә, эш рәтен белеп үҫә. Нимәгә генә тотон­һа ла, ҡулынан килә. Ул: «Эштең ояты юҡ», – тип әйтергә ярата. Әлбит­тә, миңә ҡарата ышаныс­тары, фәһемле кәңәштәре үҙемә лә көс һәм дәрт өҫтәй. Шуға ла барыһы өсөн дә сикһеҙ рәхмәтлемен! Атайлы бала – арҡалы бала, тип бушҡа ғына әйтмәгәндәр бит.
Ҡустым да шәп. «Мин дә ярҙамлашам», – тип кенә тора. Эльдар бәлә­кәй әле, I синыфта ғына уҡый. Шулай ҙа атайым уға ла эшен табып бирә. «Әйҙә өйрән­һен», – ти.
Атай-әсәйле булып үҫеү – ҙур бәхет! Шуның ҡәҙерен белергә кәрәк.

Рифат СӘЙЕТҒӘЛИН, IX «Б» cиныфы уҡыусыһы.
Әбйәлил районы, Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия.

Ярай әле эргәмдә атайым бар
Ярай әле эргәмдә атайым бар
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: