+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
5 Июнь 2022, 12:40

Атанан күргән - уҡ юнған

Бер кем дә юҡтыр

Атанан күргән - уҡ юнған
Атанан күргән - уҡ юнған

Атайым төҫлө –
Ул бик тә батыр,
Ул бик тә көслө!
Ошо шиғыр юлдарын Фәүзиә Рәхимғолова тап атайыма арнап яҙған кеүек. Был һүҙҙәрҙе мин дә ҙур ғорурлыҡ менән әйтә алам.
Эйе, минең өсөн дә атайым иң-иңе, иң ҡәҙерлеһе, иң көслөһө... Донъяла ул берәү генә! Бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнгән, ҡыйыу булып үҫкән. 12 йәшенән олатайым менән комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләгән.
Атайым – минең таянысым, кәңәшсем. Күңел түремдә генә һаҡланған сер­ҙәремде үҙенә һөйләйем. Ул һүҙҙәремде тыныс ҡына тыңлап, үҙ фекерен әйтә лә кәңәштәрен дә бирә. Ҡыйын ваҡыттарҙа йыуата ла. Һәр саҡ үҙемде яҡлауын тоям.
Мул уңышлы сентябрь айында тыу­ғанғалыр, атайым баҡсала булышырға ярата. Түтәлдәр яһау, ер соҡоу кеүек эштәрҙе ашыҡмайынса ғына еренә еткереп башҡара ул. Ә бай Көҙбикәбеҙ килгәс, баҡсала өлгөргән мул уңышты бергәләп шатланышып йыябыҙ.
Бәләкәйҙән шуҡ булған атайым хаҡында өләсәйем:
– Бер ҙә тик тора белмәҫ ине. Эшкә әрһеҙ, ярҙамсыл да булды үҙе.
Кескәй саҡтан белемгә ынтылды. Мәктәпте уңышлы тамамлағас, водитель һөнәрен үҙләштерҙе. Һуңынан Башҡорт дәүләт педагогия университетының география факультетында белем алды. Студент сағында әсәйең менән танышып, яратышып, гел бергә булдылар. Ә диплом алғас, матур итеп туй үткәр­ҙек.
Илдар улым был белем менән генә сикләнмәне, уҡыуын Ҡазан юғары хәрби училищеһында дауам итте һәм уны ла уңышлы тамамланы, – тип һөйләне.
Бына бит нисек! Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ, тиҙәр. Атайым да шулай тырышҡан инде. Уның көслө рухлы, киң фекер йөрөтөүсе, алдынғы ҡарашлы кеше икәнен беләм. Үҙенә оҡшарға тырышып, мин дә күп нәмә менән ҡыҙыҡһынам, бел­мәгәнде өйрәнергә ынтылам.
Атайым үҙебеҙ өсөн генә йорт йыһаздары эшләй. Уның янында Ильяс менән ярҙамлашып йөрөйбөҙ. Ҡус­тым атайым кеүек тыныс холоҡло, тышҡы ҡиәфәте менән уға оҡшаған. Машина ремонтлағанда ла эргәһендә булабыҙ.
Беҙҙең өсөн ваҡытын йәлләмәй. Унан күп нәмәгә өйрәнәбеҙ. Хәҙер мин машина йөрөтөргә лә беләм. Атай-әсәйем икеһе лә уҡытыусы һөнәрен үҙләштергәс, улар­ҙың һәләттәре миңә лә күскәндер, моғайын. Киләсәктә педагог булғым, мәктәптә эшләгем килеп китә.
Беҙгә, ике улына, атайым ир-егеттәр тәрбиәһе бирергә лә онотмай. Һәр ваҡыт аңлатып, иҫебеҙгә төшөрөп кенә тора: «Ысын ир кеше үҙ ғүмерендә ағас ултыр­тыр­ға, йорт һалырға һәм ул үҫтерергә тейеш. Шуны онотмағыҙ!» Был һүҙ­ҙәрҙең мәғәнәһен аңлайым.
Әлеге көндә атайым менән әсәйем ике ул үҫтерә. Бар көстәрен һалып, матур өй төҙөргә тотондолар. Ә улар­ҙың ултыртҡан ағас­тарының иҫәбе-һаны юҡтыр...
Атайым менән сик­һеҙ ғорурланам. Ул һалҡын Себер яҡтарында нефть сәнәғәте өлкәһендә оҙаҡ йылдар мас­тер-механик булып эшләй. Ә быға тиклем илебеҙ, халҡыбыҙ тыныслығын һаҡлаусы һәм яҡлаусы полиция капитаны булып хеҙмәт итте. Бына күпме һөнәр эйәһе бит ул!
Үҙем дә уның юлынан китергә уйлайым. Нефтсе һөнәре нығыраҡ ҡы­ҙыҡ­һын­дыра башланы.
Атаһының улы, тип маҡтай мине әсәйем. Ысынлап та, күп яғым менән уға оҡша­ғанмын. Уның кеүек бәләкәй­ҙән балыҡ тоторға ла әүәҫмен.
Атай – ғаилә тотҡаһы, тип халҡыбыҙ юҡҡа әйтмәгән. Эйе, тормошта уның роле ҙур. Мин дә киләсәктә ғаиләмә терәк, таяныс һәм өлгөлө атай булырмын!

Ирек ДӘҮЛӘТОВ,
IX синыф уҡыусыһы.
Саҡмағош районы,
Саҡмағоштағы
1-се мәктәп.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: