+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
17 Июнь 2022, 16:50

Иң сибәре, иң һылыуы

Донъяла иң сибәре, иң һылыуы минең әсәйем! Ул ауылыбыҙҙағы 1-се мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. Ҡәҙерлем балаларға инглиз телен өйрәтә. Эшен бик ихлас башҡара, шуның өсөн үҙен уҡыу­сылары ла бик ярата.

Иң сибәре, иң һылыуы
Иң сибәре, иң һылыуы

Минең әсәйем өйҙә лә бар эшкә өлгөрә. Ул гөл-сәскәләр үҫтерергә ярата. Өйөбөҙҙөң һәр бер мөйөшөндә күҙҙең яуын алып, гөлдәр сәскә ата. Беҙҙе тәмле ризыҡтары менән һыйлап ҡына тора. Ағайым менән икебеҙгә дәрес әҙерләүҙә ярҙам итә. Кис ултырып, күмәкләшеп китаптар уҡыйбыҙ, башватҡыстар сисәбеҙ, һүрәттәр төшөрәбеҙ.
Өйҙәге бар бөхтәлек, матурлыҡ, рәхәтлек, татыулыҡ ул булғанға ғына. Атайым да: «Беҙҙең әсәй – өйөбөҙҙөң йәме!» – ти. Ысынлап та, шулай. Ул өйҙә булмаһа, әллә нисек күңелһеҙ, моңһоу. Әсәй эргәлә икән, шул тиклем рәхәт!
Мин уны бик-бик яратам, хөрмәт итәм. Ҡәҙерле кешемә иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем.

Сәминә ӘХМӘТОВА,
I «Б» синыфы уҡыусыһы.
Туймазы районы,
Серафимовка ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: