+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә усағы
18 Июнь 2022, 15:40

Манаповтар өлгө күрһәтә

«Ғаилә кешелек ҡиммәттәрен, мәҙәниәтте, тарихты һаҡлап ҡалыуҙа ҙур роль уйнай, тотороҡлоҡ һәм үҫеш күрһәткесе булып тора. Улар татыу һәм берҙәм булғанда дәүләтебеҙ ҙә ныҡ, йәшәү кимәле лә юғары буласаҡ.Байрам айҡанлы барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, рух күтәренкелеге һәм ғаилә бәхете теләйем. Артабан да районыбыҙҙа Тыуған илебеҙгә терәк булырлыҡ көслө ғаиләләр һаны артһын, балаларыбыҙ һау-сәләмәт, тәүфиҡлы булып үҫһен, һәммәгеҙҙең ғаиләләре ныҡ һәм ишле булһын!» – тип яҙғайны Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов Ғаилә көнөндә «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге сәхифәһендә ишле ғаиләһенең фотоһүрәтен ҡуйып.

Манаповтар өлгө күрһәтә
Манаповтар өлгө күрһәтә

Ошо өлгөлө матур ғаилә менән таныштыҡ. Иҫке Собханғол ауылында йәшәгән Лилиә Рифҡәт ҡыҙы һәм Ғәзиз Миңләхмәт улы Манаповтар алты бала – дүрт ҡыҙ һәм ике малайға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтерә. Сулпан VI синыфты тамамлаған.
– Ул I cиныфтан алып тик «бишле»гә генә өлгәшә, бөтә фәндәргә лә тигеҙ ҡарай, яуаплы. «Осҡон» өлгөлө бейеү ансамбленә йөрөй, төрлө бейеү конкурстарында призлы урындар яулайҙар. 5 йәшендә «Сулпылар» бәйгеһенә барып ҡайтты. Волейбол уйнарға ла ярата. Китап менән бик дуҫ, Гарри Поттерға арналғанын таптырып, тулыһынса уҡып сыҡты. Бәләкәй сағынан өйҙә минең уң ҡулым, ҡайҙалыр барып килергә кәрәкһә, тыныс күңел менән ҡалдырырға була. Шәүрәбеҙ дүртенсене тамамланы. Сос, тырыш ҡыҙыҡай. Яҡшы уҡый. Барлыҡ фәндәрҙе лә үҙ итә. Сәнғәт мәктәбендә һүрәт төшөрөү серҙәренә төшөнә. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар ала. Өйҙә ҙур ярҙамсы. Бешеренергә ярата, беҙҙе еңелсә бешерә торған торттар, кекстар, чизкейктар менән һыйлай. Интернеттан ҡарап өйрәнә, ҡайһы саҡ кремдарын эшләшергә ярҙам итеүемде һорай, – ти әсәләре, немец теле уҡытыусыһы Лилиә Манапова.
Ғаиләләге өсөнсө ҡыҙ Зөһрә II синыфҡа күскән. Ул да бәләкәй сағынан төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар ала. Йырларға, бейергә әүәҫ. Бөтә нәмәне лә белгеһе килә, күп итеп һорауҙар яуҙыра. Ныҡ ҡыҙыҡһыныусан, күп һөйләй, шуға атаһы уны шаяртып, комментатор, журналист тип тә атай икән. Зөһрә ҡулынан килгәнсә апайҙарына ярҙам итә. Асия иһә балалар баҡсаһы менән хушлашып, көҙгә уҡырға төшөргә әҙерләнә. Хәтере шәп. Уҡый ҙа белә инде. Тиҙерәк I синыфҡа бар­ғыһы килә. Бик талапсан ҡыҙ: үҙенә ҡушылған эштәрҙе еренә еткереп үтәп ҡуя. Ҡустыларын әүрәтергә ла эшкинә.
Был ҡыҙҙар барыһы ла район ки­мәлендәге «Урал батыр» эпосын ят­тан һөйләү конкурсында ҡатнашып, I, II урындарҙы алған.
– Дүрт апаһынан һуң донъяға килгән Алсынға – 3 йәш, ул балалар баҡсаһына йөрөй. Әлегә һаҡауыраҡ һөйләшһә лә, хәтере шәп, Асия апаһы өйрәнгән шиғырҙарҙы, йырҙарҙы тыңлап ултырып ҡына ятлап ала. Аҙаҡ апаһы онотоп ҡуйһа, әйтеп ебәрә. Шаян, шуҡ малай үҙе, китап ярата, йәтеш итеп һөйләшергә өйрәнеп килә. Иң бәләкәсебеҙ Мансурға 2 йәш тула. Күп һөйләй. Иртә атлап китте, теле иртә асылды, Алсын ағайы менән бер кимәлдә һөйләшә. Икәүләшеп донъя туҙҙыралар. Үҙенә генә күрә шаяртыу һәләте бар, – тип малайҙары менән дә таныштыра Лилиә Рифҡәт ҡыҙы.
Балаларҙың ике өләсәйҙәре, бер олатайҙары бар. Яҡында ғына йәшәгән өләсәләре кәрәк саҡта ҡарашырға инә, әкиәттәр һөйләй, ә ейән-ейәнсәрҙәре уға үҙ һөнәрҙәрен күрһәтә. Байна­зарҙағы олатай менән өләсәй иһә ҡай­маҡ-һөт, башҡа тәмлекәстәрен ебәреп тора.
Йәйге каникулда Сулпан менән Шәүрә райондағы «Ағиҙел» лагерына йыйына. Зөһрә менән Асия иһә Байна­зарҙағы өләсәләренә ҡунаҡҡа барыр. Ә малайҙар бәләкәй әле.
Күп балалы ғаиләлә ҙурыраҡтары бәләкәстәрен ҡараша, кеселәре өлкәндәрен тыңлай, уларҙан өлгө ала.
– Кеше араһында юғалып ҡалмай, үҙҙәрен тота белһендәр өсөн күберәк конкурстарҙа ҡатнаштырып, сәхнәгә сығарырға тырышам. Өйҙә лә, урамда уйнағанда ла гел башҡортса һөйләшеүҙәрен талап итәбеҙ, урыҫса һүҙҙәр килеп сыҡһа, уның тәржемәһе нисек була, тип баланың үҙенән әйттереп, төҙәтеп торабыҙ. Аталары ҡайтмайынса киске ашҡа өҫтәл артына ултырмайбыҙ. Был, бер яҡтан, ниндәйҙер кимәлдә атай абруйын күтәреүҙең бер юлылыр ҙа, бәлки, – ти Лилиә Рифҡәт ҡыҙы.

Э. ҒӘЛЛӘМЕТДИНОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: